Рух
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
29 Март 2023, 13:31

САУАБЫН НАСИП ИТҺЕН!

Әле изге Рамаҙан айы бара.   Мораҙым ауылында ла ураҙа тотоусылар күп кенә.

САУАБЫН НАСИП ИТҺЕН!
САУАБЫН НАСИП ИТҺЕН!

Әле изге Рамаҙан айы бара.  

Мораҙым ауылында ла ураҙа тотоусылар күп кенә. Улар араһында өлкәндәр генә түгел, урта йәштәгеләр, йәштәр, хатта балалар ҙа бар. Был бик тә һөйөнөслө хәл, әлбиттә.

Ауылда ифтар мәжлестәре үткәрәләр, ауыҙ астырып, аяттар уҡыталар. Ошондай мәжлестәрҙең береһендә булырға тура килде. Уны Зөбәржәт Мырҙабаева  өйөндә үткәрҙе. Ул ураҙа тотҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙы ауыҙ асырға саҡырҙы. Педагогия хеҙмәте ветераны, ауылдың абруйлы ағинәйе Камила Насирова доғалар бағышланы. Ислам, ураҙа тотоу, намаҙ уҡыу тураһында һөйләне, кәңәштәр бирҙе. Диндең донъяға айыҡ ҡарауға, насар ғәҙәттәрҙән арындырырға ярҙам итеүенә иғтибар бирелде.

  • Ураҙа – Исламдың биш шартының береһе, - тине ул. – Изге Рамаҙан айында йәштәрҙең ураҙа тотоуы, исламға ылығыуы шатлыҡлы. Зөбәржәт менән Айҙарға бөгөнгө матур табындары, асыҡ йөҙҙәре өсөн ҙур рәхмәт. Күңелдәрегеҙгә иман нуры инһен. Бәрәкәтле тормошта йәшәгеҙ.

Табында йыйылыусы апай-әбейҙәр илебеҙ тыныслығы өсөн яу ҡырында йөрөүсе егеттәрҙең иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын, тиҙерәк тыныслыҡ урынлашыуын теләне.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: