Рух
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
29 Март 2023, 11:43

ИҪӘН-ҺАУ ӘЙЛӘНЕП ҠАЙТҺЫНДАР!

Мораҙымда хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәр именлеге өсөн ҡорбан салынды. 

ИҪӘН-ҺАУ ӘЙЛӘНЕП ҠАЙТҺЫНДАР!
ИҪӘН-ҺАУ ӘЙЛӘНЕП ҠАЙТҺЫНДАР!

Ауылыбыҙҙа Украинала барған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәребеҙҙең имен-аман тыуған еребеҙгә еңеү менән әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп, Аллаһы Тәғәләнең ризалығы, яҡлауы һәм һаҡлауы өсөн ике урында ҡорбан салынды. Береһен егеттәребеҙҙең яҡындары Мораҙым олатай исеменән, ә икенсеһен яу яланынан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан Илшат Илфат улының әсәһе Айгөл Насибулла ҡыҙы салдырҙы.


Яугир һалдаттарыбыҙҙың яҡындары ҡорбан һәм Ҡөрьән бәрәкәтендә ҡылған доғаларыбыҙ ҡабул булһын өсөн мәсеттә аҡшам намаҙынан һуң ифтар (ауыҙ асыу) мәжлесе ойошторҙолар. Бөгөнгө бар намаҙҙарҙы, хәрби операцияла ҡатнашҡан 14 ир-егетебеҙ өсөн ҡөрьән уҡыуҙы, доға ҡылыуҙарҙы Нарыҫтауҙағы “Сәхәбә” мәсетенән Миәкә районы имам-мөхтәсибе хөрмәтле Хөрмәтулла хәҙрәт Буранбаев алып барҙы.


Был изге сарала ҡатнашҡан бар ауылдаштар бер береһенә сабырлыҡ, егеттәребеҙҙең имен-һау ҡайтыуҙарын теләп, ҡорбандарыбыҙ ҡабул булһын, тигән өмөттә “Бергә-берҙәм булайыҡ!” –тип таралыштылар.

Факил ДИЛМӨХӘМӘТОВ. "Ауыл йәме - кешеләр" төркөмөнән.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: