Рух
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
25 Март 2023, 12:22

МӘҘӘНИӘТ ХЕҘМӘТКӘРҘӘРЕН ҠОТЛАНЫЛАР

Төрөмбәт ауылының уҡытыусылар коллективы ауыл мәҙәниәт йорто һәм китапхана хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы.

МӘҘӘНИӘТ ХЕҘМӘТКӘРҘӘРЕН ҠОТЛАНЫЛАР
МӘҘӘНИӘТ ХЕҘМӘТКӘРҘӘРЕН ҠОТЛАНЫЛАР

Мәҙәниәт өлкәһендә эшләүселәр был юлы сәхнәнән үҙҙәренең исеменә ҡотлауҙар ҡабул итте. Улар алдында ауылдың педагогия коллективы матур концерт күрһәтте. Күңелгә үтеп инерлек йырҙар яңғыраны, дәртле бейеүҙәр шатландырҙы. Химия һәм биология уҡытыусыһы, хикәйәләр, шиғырҙар йыйынтыҡтары авторы Минира Бикәнәсова үҙенең шиғырҙарын һөйләне.

Уҡытыусылар сәй табыны ла әҙерләгән. Йәнле һөйләшеү өҫтәл артында дауам итте.

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ошондай йылы осрашыу әҙерләгән өсөн Төрөмбәт мәктәбе директоры Гөлназ Рахманғоловаға һәм бөтә уҡытыусылар коллективына ҙур рәхмәт белдерә.

Автор: Равиля Бардыбаева
Читайте нас