Ул үҙенең кабинетын ваҡытлыса һуғыу оҫтаханаһына әйләндергән. Яралы һалдаттарға йөндән баҫылған йылы ойоҡбаштар бик файҙалы. Операциянан һуң бигерәк тә, тиҙәр госпиталдә.
Зөлфиә кесе улы менән башлай, тик былай бик оҙаҡ эшләргә тура килә. Уның саҡырыуына башта таныштары ҡушыла. Был эшкә өйрәнергә теләүсе ирекмәндәр ҙә бихисап. Оҫтабикә технологияны өйрәтә, видеодәресе лә бар. Көн һайын һалдаттарыбыҙға ярҙам итеү идеяһы менән яныусы изге йөрәкле кешеләр арта ғына бара.
Һуғырға өйрәнгәндәр йөндө өйҙәренә алып ҡайтып, үҙаллы ла эшләйҙәр.
Стәрлетамаҡ, Дәүләкән ирекмәндәре лә был изге эшкә ҡушылған. Видеодәрес буйынса ла өйрәнәләр. Белореттан үҙҙәре беренсе посылканы ебәргәндәр ҙә инде.
Төрлө яҡтарҙан һарыҡ йөнө килтерәләр. Был бик ҙур ярҙам, тик йөн таҙартылған булырға тейеш. Мәҫәлән, Нәжметдин ауылынан Гөлсинә һәм Рафаил Күсәрбаевтар Кәримә Мөфтәхина артынан биреп ебәргән.
Шулай уҡ яугирҙарға теш пасталары, щеткалар, ҡырыныу станоктары, эске кейемдәр кәрәк, бында шундай әйберҙәрҙе килтерергә лә була. Барыһын да бергә посылкалар менән ебәрәләр.
Изге эшегеҙ өсөн рәхмәт, Зөлфиә Фәрит ҡыҙы! Бар эштәрегеҙ ҙә уң булһын, ижад шишмәгеҙ тулы булһын!
Сығанаҡ: З.Сидорованың Бәйләнештә сәхифәһенән.