Рух
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
15 Март 2023, 22:58

ГӨРЛӘНЕ ТҮРҺӘГӘҘЕ БУЙҘАРЫ

“Ул-ҡыҙҙарын йыя Атайсал” тигән йыйын бөгөн Түрһәгәҙе ауылына тирә-яҡтан ҡунаҡтарҙы, спортсыларҙы бергә тупланы. #Айыҡауыл2022#Трезвоесело2022 #Турсугали#Ауырғазырайоны #Аургазинскийрайон#Всемирныйкурултайбашкир

ГӨРЛӘНЕ ТҮРҺӘГӘҘЕ БУЙҘАРЫ
ГӨРЛӘНЕ ТҮРҺӘГӘҘЕ БУЙҘАРЫ

Белеүегеҙсә, Түрһәгәҙе ауылы республика “Айыҡ ауыл” конкурсының район этабында еңеү яуланы. Уларға Башҡортостан буйынса “Бәләкәй тораҡ пункттар” номинацияһында көс һынап ҡарау бәхете йылмайҙы. Мәктәп уҡытыусылары ойоштороуында үткәрелгән күп саралар сәләмәт тормош рәүешенә, халыҡ йолаларына бағышланды.

Бөгөн иһә республика кимәлендәге сара ойошторолдо. Мәртәбәле ҡунаҡтар саҡырылды. Ауыл үҙәге байрамса биҙәлде, тирмә менән сәхнә ҡуйылды. Балалар, өлкәндәр концерт ҡарарға, уйындарҙа ҡатнашырға тип йыйылды.

 

Байрамды Таштамаҡ ауыл хакимиәте башлығы Минсара Федорова асты, ауыл халҡына был бәйгелә еңеп сығыуҙарын теләне. Район хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов та бар ғаиләләрҙең дә ныҡлы булыуына, һау-сәләмәт балалар үҫтереүҙәренә, айыҡ тормошҡа йүнәлеш менән йәшәүҙәренә ышаныс белдерҙе. Ул улдары хәрби операцияла ҡатнашҡан Раян Мырҙабаев менән Рәмил Ҡаһировҡа рәхмәт йөҙөнән бүләктәр тапшырҙы, егеттәрҙең имен-аман әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне.

 

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, районыбыҙҙың депутаты Рөстәм Ишмөхәмәтов та ҡотланы:

  • Республика буйынса ҙур сара үтә. Ул патриотик яҡтан һәм йәштәр менән эшләү буйынса фәһемле булыр, үҙ емештәрен бирер. Беҙ үткән йылдарҙа Яңы йылда, Йәштәр көнөндә, һабантуйҙа, Һуңғы ҡыңғырау, Белем байрамдарында иҫерткес эсемлектәрҙең һатылмауы тураһында закондар ҡабул иттек. Ҡайһы ауылдар тулыһынса алкоголде һатыуҙы туҡтатыу буйынса башланғыстар менән сыҡтылар. Һәм был эш дауам итәсәк. Ә быйылғы йыл Радий Хәбиров тарафынан “Кесе ватан өсөн изге ғәмәлдәр йылы” тип иғлан ителде. Ошо тема Ауырғазы районында һеҙҙең ауылдан башлана, тип иҫәпләйбеҙ. Ауылдың барлыҡ сараларын әүҙем ойоштороусыларына ҙур рәхмәт. Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ!

 

 

Артабан ҡунаҡтар тирмәләрҙә булды, мәктәп, балалар баҡсаһы, музей, медпункт торошо менән танышты.

 

Шул уҡ ваҡытта район мәҙәниәт һарайы, Мораҙым, Төрөмбәт, Таштамаҡ ауыл клубтары һәм Түрһәгәҙе мәктәбе уҡытыусылары, уҡыусылары әҙерләгән концерт номерҙарынан матур тамаша дауам итте. Халыҡ уйындары ойошторолдо, Фәим Ғайсин уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Ҡыҙыҡһынған балалар уның янында мәргәнлек серҙәре менән ҡыҙыҡһынды.

 

Спорт залында көрәш ярышы ҡыҙҙы. Стәрлетамаҡ ҡалаһынан, хатта алыҫ Әбйәлил районынан килгән спортсылар келәмдә көс һынашты.

 

Был сара тағы бер тапҡыр Түрһәгәҙелә ҡунаҡсыл, йомарт халыҡ йәшәгәнлеген раҫланы.  Әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, ун бер йыл район хакимиәте башлығы булып торған Марат Ишемғолов, районда яуаплы вазифаларҙа эшләгән Нәфиҡ Дауытов, шағир Ғәлинур Батталов тыуып үҫкән ауыл  артабан үҫһен, йәшәйеше күркәм булһын.

Түрһәгәҙе ауылы халҡына тағы ла берҙәмерәк булып, алдағы сараларҙа әүҙем ҡатнашып, еңеү яулауҙарын теләйбеҙ!

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: