Рух
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

“Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” еңеүселәре бүләкләнде

“Торатау” Конгресс-холында “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” Бөтә Рәсәй конкурсына йомғаҡ яһалды. Был сара етенсегә үткәрелде. Унда ауырғазылар ҙа бүләкләнде. холында “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” Бөтә Рәсәй конкурсына йомғаҡ яһалды. Был сара етенсегә үткәрелде. Унда ауырғазылар ҙа бүләкләнде.

“Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” еңеүселәре бүләкләнде
“Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” еңеүселәре бүләкләнде

Беҙҙең райондан Лиана Мәжитова, Рәйсә Исламғолова, Әлиә Ибәтуллина ошо конкурста ҡатнашып, финалға сыҡтылар.

 Был гүзәл заттар барыһы ла үҙ һөнәрҙәренең оҫталары, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыусылар.

Лиана Рәмил ҡыҙы Талбазы дауаханаһының табип-терапевы, “Медицина хеҙмәткәре” номинацияһында ҡатнашты. Үҙ эшенә яуаплы ҡараған белгестең Маҡтау ҡағыҙҙары, “Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы” күкрәк билдәһе менән бүләкләнгән.


 25 йыл стажы булған Рәйсә Исламғолова Талбазы лицейында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Ул “Бергә” мәктәп һәм район ирекмәндәр берекмәһенең етәксеһе. Йәмәғәт эштәрендә, төрлө форум, конференцияларҙа әүҙем ҡатнашҡан педагог В.А.Сухомлинский миҙалы менән бүләкләнгән.

 

Өсөнсө финалсы Әлиә Ибәтуллина «Йәштәр лидеры» номинацияһында ҡатнашты. Ул тиҫтә йыл артыҡ уҡытыусы булып эшләй, ирекмәндәр хәрәкәтендә әүҙем эшләй.. Ирекмән –үҙе теләп һәм бушлай файҙалы   йәмәғәт эштәрендә ҡатнашыусы, ти ул. Тажлы вирус пандемияһы осоронда ғаиләһе менән яңғыҙ йәшәгән өлкән йәштәгеләргә ярҙам итә. Уларҙы дарыуҙар һәм аҙыҡ-түлек менән тәьмин итәләр. Әлиә шулай уҡ район ҡатын-ҡыҙҙары советы составында йәштәрҙең мәнфәғәтен ҡайғырта.


Конкурс финалсыларына почет грамоталары, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең, Башҡортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдең, "Берҙәм Рәсәй" партияһы төбәк бүлексәһенең рәхмәт хаттары һәм бағыусыларҙың бүләктәре тапшырылды. Шулай уҡ улар республика Мәҙәниәт министрлығының рәхмәт хаттары, Халыҡтары дуҫлығы йортоноң почет грамоталары менән билдәләнде.

 

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина, Башҡортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Ольга Панчихина һәм "Рәсәй өмөтө" Бөтә Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар союзының республикалағы вәкиле Лиә Хафизова милли ғаилә традицияларын, халыҡтың рухи, әхлаҡи, мәҙәни ҡиммәттәрен һаҡлау һәм пропагандалау йүнәлешендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан Башлығы кәңәшсеһе Алик Камалетдинов республика етәсеһе Радий Хәбировтың ҡатнашыусыларҙы тәбрикләү һүҙҙәрен уҡып ишеттерҙе.“Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” Бөтә Рәсәй конкурсының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең социаль әһәмиәтле иң популяр проекттарының береһе икәнен билдәләп үтә.

Илһөйәрлек - быйылғы конкурс финалының төп темаһы. Сарала Рәсәй Геройҙарының, һәләк булған яугирҙәрҙең, Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың әсәләре лә ҡатнашты. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең билдәле эшмәкәре Рабиға Ҡушаева исемендәге "Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе" миҙалы менән Рәсәй Геройҙарының әсәләре –  Роза Хәбибйән ҡыҙы Нәсибуллина (Игорь Нәсибуллиндың әсәһе), Алина Олеговна Серафимова (Максим Серафимовтың әсәһе), Айгөл Милләт ҡыҙы Шакирова (Тамерлан Илһамовтың әсәһе) һәм Миңлеғәле Шайморатов ордены кавалеры Фәнис Хөсәйеновтың әсәһе Фәриҙә Мәғдән ҡыҙы Хөсәйенова бүләкләнде.    

Конкурсҡа илдең 24 төбәге ҡушылған, 500-ҙән ашыу ҡатын-ҡыҙҙан ғариза ҡабул ителгән.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: