Рух
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
25 Февраль 2023, 16:09

ТЫНМАҪ ХАЛҠЫМ МОҢДАРЫ

Түрһәгәҙе ауылында “Айыҡ ауыл – 2022” республика бәйгеһе сиктәрендә башҡорт милли музыка ҡоралдарында уйнаусылар конкурсы үтте.  Ул атаҡлы яҡташтар иҫтәлегенә, күрше Мораҙым ауылында бер нисә быуын уҡыусыларына ҡурай серҙәрен төшөндөргән Сәлимйән Мырҙабаев иҫтәлегенә бағышланды.

ТЫНМАҪ ХАЛҠЫМ МОҢДАРЫ
ТЫНМАҪ ХАЛҠЫМ МОҢДАРЫ

Милли сараға Талбазы, Мораҙым, Усман ауылдарынан, шулай уҡ Өфө,  Стәрлетамаҡ ҡалаларынан да ҡурайсылар килде.

Бер көнгә мәктәп сәхнәһе тылсымлы ҡурай, сихри ҡумыҙ моңона, аһәңле думбыра сыңдарына күмелде.

 

Түрһәгәҙе ауылының хөрмәтле аҡһаҡалы, милли музыка ҡоралдарында уйнаусы, уларҙы үҙ ҡулдары менән эшләүсе оҫта Ҡәнзәфәр Ғәлиевтың сараны башлап ебәреүе лә осраҡлы түгел. Мәктәптә үткән бер саранан да ҡалмаған, үҙенең өлгөһөндә рухи тәрбиә, йәштәргә аҡыл, өгөт-нәсихәттәр биреүсе ағай үҙенең улдарына ла башҡортлоҡ тойғоһон һалған. Әле лә ул үҙенең улы Шамил менән дуэт башҡарҙы.  

 

Ҡумыҙ уйнағанда күңеленә килгән кисерештәре менән уртаҡлашты, ошо ерҙең тарихи мәлдәрен күҙ алдына килтереп һөйләне. Кескәй генә, ус эсенә һыймалы музыка ҡоралы ни тиклем тылсымлы моң һыйҙыра. Һағыш, йөрәк түренән сыҡҡан илһам, тәбиғәттең, сабып барған ат тояҡтары тауышын, ҡоштар һайрауын да үҙ эсенә алған ҡумыҙ сыңы! Бына ошоларҙы сағылдырҙы үҙенең сығышында ғәжәп ябай ҙа, тәрән хисле лә аҡһаҡалыбыҙ.

 

Милли кейемдәрҙәге, ҡурай йә ҡумыҙ тотҡан, кесеһенән  алып олоһона тиклем конкурсанттар бер-береһен алыштыра торҙо. Тамашасылар “Урал”, “Байыҡ”, “Сәлимәкәй”, “Саптар юрға”, “Ирәмәл”, “Ҡарабай”, “Хәтирә”, “Сыбай ҡашҡа” “Порт Артур” кеүек халыҡ йырҙарын ишетеп моңланды, бейеү көйҙәренән теҙмәләр тыңланы.

Гран-при иң өлкән йәштәге ҡатнашыусы, ҡурайҙа ла, ҡумыҙҙа ла, думбырала ла берҙәй оҫта уйнаусы Ҡәнзәфәр Мөғин улына бирелде. Шулай уҡ иң йәш ҡурайсы – Талбазы ауылынан Әмир Абдрахманов та ошо юғары баһаны алды. Өмөтлө, тырыш малайҙы алда ла күп еңеүҙәр көтөп торһон!

 18 йәшкә тиклемге категорияла Алмаз Сәйфетдинов (Талбазы) – беренсе урынға сыҡты. Ул ҡумыҙҙа уйнау оҫталығын да күрһәтте.

Ильяс Мөхәмәтйәров (Талбазы) – икенсе, Искәндәр Әхмәтов (Усман) – өсөнсө урын яуланы.

 

18 йәштән өлкәндәр араһында тамырҙары менән Мораҙым ауылынан булған Өфө ҡалаһы егете Артур Сатлыҡов беренсе урынға лайыҡ булды. Ул ҡурай оҙатыуында (Венер Гузин уйнаны) халыҡ йырын башҡарып, моңло,көслө тауышы менән дә тамашасыларҙы әсир итте.

Шулай уҡ Шамил Ғәлиевҡа (Стәрлетамаҡ ҡалаһы) икенсе, Эмил Абдрахмановҡа (Талбазыла йәшәй, сығышы менән Хәйбулла районынан) – өсөнсө урын бирелде.

Әйтеп үтергә кәрәк, Эмил Илдар улы үҙенең улы Әмирҙең ҡурай буйынса уҡытыусыһы Фәһим Ғайсинға рәхмәт белдереп, ҡурай бүләк итте.

 

Мораҙым ауылынан Иншар Вәлитов, Венер Гузин, Илнур Нәҙершиндарға махсус бүләктәр тапшырылды.

 

 Ә инде ансамблдәр араһында Мораҙым ҡурайсылар ансамбле беренсе, “Дуҫлыҡ” ансамбле (Талбазы) икенсе урынға сыҡты.

Барлыҡ ҡатнашыусыларға Рәхмәт хаттары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Байрамға Сәлимйән Мырҙабаевтың яҡындары ла килде, улар конкурсанттарға махсус бүләктәр әҙерләгән ине.  

 

 Конкурс йылы һәм дуҫтарса аралашыу менән үтте. Һәр кем матур тәьҫораттар алып ҡайтты, үҙенсәлекле музыка ҡоралдарыбыҙға тағы ла бер дан йырланды.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: