Рух
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
22 Февраль 2023, 23:09

Хәрби-патриотик айлыҡҡа йомғаҡ яһалды

Төрөмбәт мәктәбендә февралдә оборона-масса һәм хәрби-патриотик айлығы үтте

Хәрби-патриотик айлыҡҡа йомғаҡ яһалды
Хәрби-патриотик айлыҡҡа йомғаҡ яһалды

Айлыҡ сиктәрендә патриотик йыр, шиғыр конкурсы үткәреү ҙә ҡаралғайны.

Был конкурсты атайҙарҙы саҡырып үткәрҙеләр. Улар баһалама ағзалары булды.

Бөтә класс уҡыусылары ла был эшкә етди ҡараған. Хәрби кейемдәр һайлағандар, йыр һәм шиғырҙар әҙерләгәндәр.

 

Был көндө айлыҡты йомғаҡлау ҙа булды. Мәктәпкә ярҙам итеүсе атайҙарҙы, төрлө конкурстарҙа, спорт ярыштарында еңеүсе уҡыусыларҙы ҡотланылар. Байрам бик матур үтте. Буласаҡ ил һаҡсыларын, бөтә ир-егеттәрҙе Ватанды һаҡлаусылар менән ҡотлап, теләктәрен еткерҙеләр.

 

Айлыҡ дауамында барған саралар балаларҙы һәм йәштәрҙе тарихи, мәҙәни һәм рухи мираҫҡа йәлеп итеү, уҡыусыларҙа шәхси сифаттар булдырыу маҡсатында уҙғарылды. 

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: