Һалдаттарыбыҙға өй йылыһы бүләк итәйек, тип бер нисә ҡатын-ҡыҙ кис ултырып бәйләм бәйләне. Ҡунаҡсыл хужабикә Гөлфиә Юламанова уларҙы үҙенең өйөндә йыйҙы.
Изге күңелле, ярҙамсыл ауылдаштарҙың маҡсаты бер: әлеге ваҡытта Украинала барған махсус операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәребеҙгә, туғандарыбыҙға, яҡындарыбыҙға, таныштарыбыҙға йылы ойоҡтар менән бейәләйҙәр бәйләү. Улар ҡулдарының йылыһын, күңелдәренең изгелеген, ҡатын-ҡыҙ, әсә хәстәрлеген ҡушып башҡарҙы ошо эште.
Өлкән йәштәгеләрҙән Мәүә Зәбирова, Зөбәржәт Ғүмәрова, Нәсимә Юнысова, Мөнирә Яратҡолова апайҙар төрлө хәтирәләре менән уртаҡлашты. Бергәләшеп йырҙар ҙа йырланылар.
- Үҙебеҙҙең ир-егеттәребеҙгә рухи ярҙам булыр. Тиҙерәк был һуғыштың тамамланыуын, донъяларҙың тынысланыуын, унда ҡатнашҡан егеттәрҙең иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйек!.
- Бәләкәй генә булһа ла Еңеүгә өлөшөбөҙ булһын, ҡулыбыҙ һәм күңелдәребеҙ йылыһын тойоп, Еңеүгә көс-ҡеүәт өҫтәһен! Һау-сәләмәт йөрөп ҡайтығыҙ! Бөтәбеҙгә лә берҙәм булырға кәрәк, - тип теләктәрен әйттеләр.
Улар райондан барасаҡ киләһе ярҙам ылауына ошо йөн ойоҡтар менән бергә күстәнәстәр ҙә әҙерләп ебәрергә ниәтләйҙәр.