Рух
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
15 Февраль 2023, 21:14

15 февраль – Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыу һәм яугир интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө

Үтәймулла ауыл китапханаһында совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 34 йыл тулыуға арналған «Афғанстан – беҙҙең хәтер» батырлыҡ дәресе үтте

15 февраль – Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыу һәм яугир интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө
15 февраль – Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыу һәм яугир интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө

Был көндө Афғанстан яугирҙарын ғына түгел, ә илдең «ҡыҙыу нөктәләрендә» ғүмерен биргән һалдаттарҙы ла иҫкә алабыҙ. Афған һәм чечен һуғыштары тарихҡа инде. Әммә кешеләрҙең хәтерендә улар оҙаҡ йәшәй, сөнки уларҙың тарихы һалдаттарҙың ҡаны һәм әсәләренең күҙ йәштәре менән яҙылған.. Сараға Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы Р.Моратов, Чечняла хеҙмәт иткән А. Әсәҙуллин һәм уҡытыусы – пенсионер Тимербәк Ғәлимов, балалар һәм өлкәндәр саҡырылды.

Китапханасы афған һәм чечен һуғышы яугирҙарының ҡаһарманлыҡтары, киләсәктәре тураһында бер минутҡа ла уйламайынса үҙҙәренең ғүмерҙәрен биреүҙәре хаҡында һөйләне.

Хәрби хәрәкәттәр ветерандары Афғанстанда үткәрелгән йылдары, һуғыштың фажиғәле көндәре тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты, шул һуғышта һәләк булған егеттәрҙе иҫкә алды. Улар йәш быуынды Тыуған илен яратырға һәм уны яҡлаусы булырға саҡырҙы. Йәштәр Афған һуғышы ветерандарының үҙ-ара тығыҙ бәйләнеш тотоуын белде.

Сара барышында һуғыштан әйләнеп ҡайтмағандарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алдылар, афған һуғышы тураһында йырҙар һәм шиғырҙар яңғыраны. Сараға «Афғанстан юлдары буйлап» тип аталған  китап күргәҙмәһе ойошторолдо.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған ауылдаштарҙың исемдәре яҙылған обелискка сәскәләр һалынды.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: