Рух
+13 °С
Облачно

Рәсәй һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Сергей Безруков менән осрашыу

27 майҙа Республика йортонда Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Горький исемендәге МХАТ-тың художество етәксеһе, Рәсәйҙең Һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Сергей Безруков менән осрашты. Көн тәртибендә - 27 майҙан 1 июнгә тиклем Өфөлә «ЭХО БДФ» Балалар фестиваленең махсус программаһын уҙғарыу.

Рәсәй һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Сергей Безруков менән осрашыуРәсәй һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Сергей Безруков менән осрашыу
Рәсәй һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Сергей Безруков менән осрашыу

Радий Хәбиров Сергей Безруковҡа фестивалде Башҡортостанда уҙғарыу башланғысы өсөн рәхмәт әйтте.

 

- Килеүегеҙгә бик шатмын. Бындай проект өсөн рәхмәт – беҙ уны бер уйламай ғына хупланыҡ. Республикабыҙҙа һеҙҙе ҙур артист булараҡ яраталар, ҡәҙерләйҙәр һәм хөрмәт итәләр. Ә фестивалдең темаһы бик изге һәм мөһим-ул балаларға һәм уларҙың таланттарына арналған, - тип билдәләне төбәк Башлығы.

 

Сергей Безруков республика етәкселегенә башланғысты хуплауҙары өсөн рәхмәт белдерҙе һәм «ЭХО БДФ» Балалар фестиваленең дауамы булды, уның сиктәрендә туғыҙ йыл дауамында йәш аудитория өсөн ижади проекттар тормошҡа ашырыла, тип һөйләне..

  - Йыл һайын балалар өсөн булдырылған бөтә яҡшы нәмәләрҙе йыйып алабыҙ. Бындай иҫ киткес постановкаларҙы Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургтан башҡа ерҙәрҙә лә күрһендәр. Шуға ла махсус «ЭХО БДФ»ьпрограммаһы идеяһы барлыҡҡа килде. Был йылдар эсендә фестиваль Калининградтан Камчаткаға тиклем күп төбәктәрҙә булды. Һәм, ниһайәт, һеҙҙең иҫ киткес республикағыҙға килеп еттем, – тине Сергей Безруков.

Фестивалдең художество етәксеһе программаның спектакль, кино и анимациялар күрһәтелеүен, шулай уҡ күләмле белем биреү блогы булыуын да билдәләп үтте.

– Был ҡеүәтле мәҙәни десант. Спектаклдәрҙән һәм фильмдарҙан тыш, балалар, мәҙәниәт учреждениелары уҡытыусылары һәм белгестәре өсөн белем биреү программаларын алып килдек, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Сергей Безруков.

Сығанаҡ: https://glavarb.ru

 
 
Автор:
Читайте нас