Рух
+26 °С
Ясно
Общие статьи
19 Сентября , 09:10

Ауырғазы районының 101 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һайланы

«Мин бер ҡасан да һайлауҙан ситтә ҡалманым» - 101 йәшлек ветеран Шәриф Мусаһитовтың был һүҙҙәре айырыуса әһәмиәт менән яңғырай.

Ауырғазы районының 101 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һайланыАуырғазы районының 101 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һайланы
Ауырғазы районының 101 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һайланы

Был һайлауҙарҙа уға участка комиссияһының мобиль төркөмө килде - беҙҙең районда йәшәгән берҙән-бер Бөйөк Ватан һуғышы ветераны өйҙә тауыш бирҙе. Был уның ғүмерендә беренсе тапҡыр: элек ветеран һайлау участкаһына шәхсән үҙе килә ине. Сөнки был уның характерында түгел, ситтә ҡала алмай.

«Мин һайлауҙың мөһимлеген аңлайым, бер ҡасан да тауыш бирмәйенсәүткәрмәнем», - тине Шәриф Ғәҙи улы. Был һүҙҙәрҙә тотош бер дәүер, тыныслыҡ һәм азатлыҡ нисек яуланғанын ысын мәғәнәһендә белгән кешенең тәжрибәһе.

Ветерандың ғаиләһе ҙур юғалтыу кисерҙе: уның .ейәне махсус хәрби операцияла тыуған иле өсөн ғүмерен бирҙе, батырҙарса һәләк булды. Олатаһы илде Бөйөк Ватан һуғышы яландарында яҡлаһа, енәне МХО фронтында. Ике быуын, бер яҙмыш, Тыуған ил алдындағы бурыс ҡартатаһынан ейәненә һүҙ менән түгел, ә эш менән тапшырылған. Был юғалтыу Шәриф Ғәҙиевичтың ҡылығын тағы ла аныҡ күрһәтә: бер нәмәгә ҡарамаҫтан, ул үҙ бурысына тоғролоҡ һаҡлай һәм ил яҙмышынабитараф булмауын күрһәтә.

Һеҙҙең алда баш эйәбеҙ, ҡәҙерле Шәриф Ғәҙи улы. Тыуған илгә тоғролоҡ һәм сыҙамлыҡ өлгөһө өсөн рәхмәт. Һеҙгә һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ.

 

#Выборы2026 #Аургазинскийрайон #Башкортостан #БашВыбор2026

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас