+17 °С
Облачно


981-се һайлау участкаһында ла өс кимәлдәге һайлауҙарҙың беренсе көнөндә гражданлыҡ бурысын үтәүселәр етерлек булды.
Бында яңғыҙ һайлаусылар ҙа, ғаилә менән дә килделәр.
Шулай уҡ балалары гимназияла уҡыусы ғаиләләр ҙә үҙ участоктарында һайлауға әүҙем барҙы. Йәш быуын ата-әсәһенең гражданлыҡ позицияһын күрә, был сараның мөһимлеген күңеленә һеңдерә.
Һайлау участкаһына килеп тауыш биреү Тыуған илдең киләсәгенә битараф булмауҙы белдерә.