Рух
+20 °С
Дождь
Общие статьи
31 Июля , 11:45

Мутлашыусылар үҙҙәренең схемаларында нисек балаларҙы ҡуллана?

Бала көтмәгәндә смартфонығыҙҙан "бер нисә минутҡа" һорай йәки карталарығыҙҙа күпме аҡса барлығы һәм ҡайҙа ятҡанлығы менән ҡыҙыҡһына, ә һуңынан, банктағы иҫәп-хисаптарығыҙ бармы-юҡмы икәнлеген тағы ла аныҡлаймы?

Мутлашыусылар үҙҙәренең схемаларында нисек балаларҙы ҡуллана?Мутлашыусылар үҙҙәренең схемаларында нисек балаларҙы ҡуллана?
Мутлашыусылар үҙҙәренең схемаларында нисек балаларҙы ҡуллана?

 Бәлки, ул инде мутлашыусылар йоғонтоһона эләккәндер. Махсус рубрикала Объясняем.рф һәм Киберполиции России енәйәтселәрҙең нисек эш итеүен һөйләнеләр. Аферистар балалар аккаунттарын уйын берләшмәләрендә, социаль селтәрҙәрҙә һәм мессенджерҙарҙа таба. Ышанысҡа инеп, бүләк вәғәҙә итәләр: уйын валютаһы, бонус йәки аҡсалата приз. Ә һуңынан бәләкәй генә «үтенес» һорайҙар, мәҫәлән, әсәйҙең телефонын алырға, банк ҡушымтаһын асырға, смс-хәбәр кодын әйтергә йәки аҡса күсерергә. Был схемала бала ата-әсә иҫәбенә асҡыс ҡына.

Ысын булған хәл

Үҫмер менән уйын чатында уҡ бәйләнешкә инәләр: ул аҡсалата приз яуланы, тип яҙалар һәм сумманы ата-әсә картаһына күсерергә вәғәҙә итәләр. Өлкәндәр йоҡлаған саҡта бала уларҙың банк ҡушымталарына инә һәм мутлашыусыларҙың күрһәтмәһе буйынса уларға бөтә аҡсаны күсерә.

Нервыларығыҙҙы һәм аҡсағыҙҙы һаҡлап ҡалырлыҡ ябай ҡағиҙәләр:

- Асылған гаджеттарҙы һәм асыҡ банк ҡушымталарын ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.

- Балаларға интернетта таныш булмағандарҙың дуҫтар түгеллеген аңлатығыҙ. Һәм айырыуса, әгәр улар нимәлер эшләргә һораһа, хәүефләнергә кәрәк: мәҫәлән, кодты әйтеп биреү йәки аҡсаны ҡайҙалыр күсереү.

- Әгәр бала һеҙҙән телефон экранын йәшереп ҡалдыра башлаһа йәки төндә йәшерен рәүештә кем менәндер хатлаша башлаһа, уның менән һөйләшегеҙ.

- Балалар менән даими рәүештә мутлашыусыларҙың хәйләләрен тикшерегеҙ һәм бындай хәлдәрҙә нисек эш итергә кәрәклеген һөйләгеҙ.

Источник: мах-канал Киберполиции России.

Автор:
Читайте нас