

Әбйәлил районының ауыл хужалығы предприятиеһында 22 тонна етен орлоғо әҙерләнгән. Агросәнәғәт комплексы продукцияһын сит илгә оҙатыуҙы арттырыу, шулай уҡ экспорт илдәренең географияһын киңәйтеү «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проектының маҡсаты булып тора.
Етен партияһы һынауҙары импортлаусы илдең фитосанитар хәүефһеҙлеге талаптарына ярашлы Россельхознадзор ҡарамағындағы һынау лабораторияһында тикшеренеүҙәр үтә. Энтомологик, гербологик һәм микологик экспертизалар һөҙөмтәләре буйынса тикшерелгән өлгөләрҙә хәүефле карантин организмдары асыҡланмаған. Үҫемлек сығышлы Ппродукция Төркиә Республикаһының фитосанитар хәүефһеҙлек талаптарына тап килә.
Билдәләп үтергә кәрәк, ағымдағы йылда республикала 700 мең гектарҙан ашыу майлы культуралар сәселгән, шуларҙың 80 мең гектарынан ашыуы етенгә тура килә. Етен сәсеүлектәренең иң ҙур майҙандары Урал аръяғы райондарында (Әбйәлил, Баймаҡ, Хәйбулла) тупланған.