

2026 йылда Рәсәй Һауа-десант ғәскәрҙәре көнөн байрам итеүгә арналған тантаналар 2 августа Еңеү паркында 10.00 сәғәттә һәм «Тулҡын» паркында 11.30 сәғәттә сәскәләр һалыуҙан башлана.
«Патриот» паркында иртәнән үк бай программа эшләй башлаясаҡ. 09.30 сәғәттә һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандары «Геройҙар ярышы» экстремаль йүгерешендә ҡатнаша, рух көсөн һәм хәрби сыныҡҡанлыҡты күрһәтә. 10.00 сәғәттән ҡунаҡтарҙы интерактив һәм күргәҙмә майҙансыҡтары, республиканың ижади коллективтарының сығышы көтә.
13.00 сәғәттән тамашасыларҙы «Десант нисек һуғыша» тамашалы сығыштары, «Первушино» пилотаж төркөмө сығыштары, парашютсылар һикереүҙәре көтә.
Байрамдың кульминацияһы булып 13.30 сәғәттә башланған концерт программаһы тора.

