

Был һылтау осраҡлы һәм хәүефһеҙ танышыу иллюзияһын тыуҙыра. Тәүге осорҙа һөйләшеү аҡса менән бәйле түгел. Енәйәтселәр яйлап ышаныслы мөнәсәбәттәр булдыра, шәхси һорауҙар бирә, килем кимәлен, инвестициялар, эш йәки криптовалюта менән ҡыҙыҡһыныуын асыҡлай. Бер аҙҙан аралашыу «файҙалы эш хаҡы» тәҡдимдәренә, инвестиция проекттарына йәки башҡа мутлыҡ схемаларына күсерелә.
Бындай аккаунттарҙың төп билдәләре - яңыраҡ теркәлеү, исем йәки фото алмаштырыу, шәхси темаларға тиҙ күсеү һәм танышыу өсөн аңлайышлы сәбәп булмауы. Әгәр таныш булмаған кеше аралаша башлағандан һуң финанс мәсьәләләре тураһында фекер алыша башлаһа йәки аҡса эшләү ысулдарын тәҡдим итһә, диалогты туҡтатырға һәм әңгәмәсеһенә һеҙҙең менән аралшыуға сик ҡуйырға кәрәк.
Сығанаҡ: мах-канал Вестник Киберполиции России