

Әбйәлил районында яҙ яңы ғына үҙ хоҡуҡтарына инә. Башҡа райондарҙағы кеүек үк ҡар иреү менән бында күләмле экологик акциялар, өмәләр башланған. Йәлембәт ауылында федераль трасса буйында һикһән эре шыршы үҫентеһе ултыртылған. Асҡар ауылы янында аҡланда меңләгән йәш ҡарағай үҫә. Ҡарағай урманы Ишкилде ауылы эргәһендәге тау битләүендә лә тиҙҙән үҫеп сығасаҡ. Был һөҙөмтәләр «Салауат» компанияһы тырышлығы менән мөмкин булған.
Районға яңы инвестор килеү менән йәшелләндереүгә айырым иғтибар бирелә башланы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ былтыр декабрҙә «Салауат» ойошмаһы баҡыр ятҡылыҡтарында геологоразведка эштәренең тәүге этабын тамамланы. Законға ярашлы, компания өс йыл эсендә компенсациялы урман ултыртыу эштәрен тамамларға тейеш ине. Әммә «Салауат» предприятиеһы, социаль яуаплы компания булараҡ, быйылдан урмандарҙы тергеҙеүҙгә тотондо. 28 апрелдә компания хеҙмәткәрҙәре Әбйәлил урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ике меңдән ашыу ҡарағай үҫентеһе ултыртты.
Урманды тергеҙеүҙә «Салауат» компанияһы директоры Таһир Бәхтигәрәев әүҙем ҡатнашты. Уның һүҙҙәренсә, урманды тергеҙеү 7 гектар майҙанда барасаҡ.
«Былтыр компания геологоразведка барған биләмәлә ағастарҙы ҡырҡҡайны. Беҙ был эште, ағас ҡырҡыу һөҙөмтәләрен, ҡырҡылған урманды дәүләткә тапшырыуыбыҙҙы йәмәғәтселеккә һәм «Салауат» инвестиция проектын тормошҡа ашырыуҙы күҙәтеү советына асыҡтан-асыҡ күрһәттек. Беҙ ағастарҙы ултыртыу өсөн Әбйәлил урман хужалығы менән килешеү төҙөнөк, сөнки уларҙың кәрәкле ресурстары һәм үҙ питомниктары бар, иң мөһиме, улар бындағы урман үҙенсәлектәрен һәм үҫентеләрҙе үҫтереү буйынса сараларҙың барыһын да яҡшы белә», — тип билдәләне Бәхтигәрәев.
Һәр гектарҙа яҡынса ике мең ябыҡ тамырлы үҫенте ултыртыласаҡ. Алдағы өс йылда Әбйәлил урман хужалығы ағастарҙы тәрбиәләйәсәк, урман үҫеше өсөн кәрәкле сараларҙы күрәсәк.
БР урман хужалығы министры урынбаҫары Альберт Закиров ябыҡ тамырлы үҫентеләрҙе маҡтап телгә алды. Ул быны «төбәк өсөн яңы күренеш» тип атаны, тиҙ арала үҫеп китеүен билдәләне.
«Экологик именлек» милли проекты сиктәрендә беҙ төрлө урман тергеҙеү проекттарын тормошҡа ашырабыҙ. Уларҙың төп маҡсаты – урман ҡырҡыу һәм урман тергеҙеү араһындағы балансты һаҡлау. Былтыр планды арттырып үтәп, урмандарҙы 106 процентҡа тергеҙҙек. Быйыл беҙҙең маҡсат – урмандарҙы 103 процентҡа тергеҙеү. Беҙ үҙебеҙҙең урман ресурстарын һаҡлап ҡалырға һәм арттырырға тырышабыҙ», — тине Альберт Закиров.
Сығанаҡ: bash.bashinform.ru