

Уйын валютаһын бушлай алыу һылтауы менән енәйәтсе бер нисә задание үтәүҙе һорай, улар араһында ата-әсәһенең телефонынан скриншоттар эшләүҙе һорау булыуы ла бар.
Шулай итеп, мутлашыусылар ата-әсәһенең мобиль ҡоролмаһындағы банктар тураһында мәғлүмәт ала. Артабан телефон номерын, шулай уҡ СМС-хәбәр кодтарын әйтергә һорайҙар.
Ҡайһы бер осраҡтарҙа онлайн-әңгәмәселәр баланан ата-әсәһенең мобиль банкында үҙаллы авторизация үтеүен һәм аҡсаны сит иҫәптәргә күсереүен һорай ала. Бындай хәлдәргә юл ҡуймаҫ өсөн:
- Балалар профилен булдырығыҙ йәки компьютерҙа һәм телефонда ата-әсә контролен урынлаштырығыҙ;
- Ҡоролмаға билдәһеҙ сығанаҡтарҙан ҡушымталар күсереүҙе тыйыуҙы индерегеҙ һәм ҡушымталар күсереү функцияһын ата-әсәләрҙән пароль менән тоташтырығыҙ;
-Төп сервистарҙа: онлайн-банк, мобиль почта һәм башҡа рәсми ресурстарҙа ике факторлы аутентификацияны әүҙемләштерегеҙ.
Балаларығыҙға смартфонығыҙға ирекле инеү мөмкинлеген бирмәгеҙ. Был ысул менән һеҙ үҙегеҙҙе һәм балағыҙҙы мутлашыусыларҙан һаҡлай алаһығыҙ.
Источник: мах-канал Киберполиции России