

Рәсәй президенты Владимир Путин 29-сы Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумының пленар ултырышы барышында Башҡортостан Республикаһын ҡотланы, уны инвестиция йәлеп итеүсәнлеге буйынса лидер төбәктәр иҫәбендә билдәләне.
Дәүләт башлығы төбәк етәкселегенең бизнес өсөн уңайлы шарттар булдырыу буйынса эшен юғары баһаланы. "Йола буйынса форум сиктәрендә Рәсәй федерацияһы субъекттарында инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингына йомғаҡ яһала. Быйыл беренселекте Мәскәү, Татарстан һәм Башҡортостан республикалары, Түбәнге Новгород һәм Мәскәү өлкәләре бүлеште. Тәүге тапҡыр иң яҡшылар иҫәбенә Санкт-Петербург һәм Сахалин өлкәһе инде. Иң юғары динамика күрһәткән төбәктәр араһында — Ханты-Манси һәм Ямал-Ненец автономиялы округтары, Омск, Владимир, Волгоград өлкәләре, Краснодар һәм Приморье крайҙары», — тине Владимир Путин.
Бынан алда Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшева Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында өсөнсө урын өсөн диплом тапшырҙы. Республика лидерҙар өслөгөндә позицияһын һаҡлап ҡына ҡалманы, күпселек күрһәткестәр буйынса үҫеш күрһәтеп, үҙенең интеграль индексын да арттырҙы, тип билдәләне ул.