Рух
+18 °С
Облачно
Общие статьи
29 Мая , 11:43

Рәсәйҙә балаларҙы хәүефһеҙ ташыуға ГОСТ индерелә

Росстандарт балаларҙы хәүефһеҙ йөрөтөүгә Дәүләт стандартын ҡабул итте, уны ағымдағы йылдың сентябрендә индерергә планлаштыралар, тип һөйләнеләр ведомствола РИА Новости агентлығына. ГОСТ балаларҙы һәм уҡыусыларҙы ташыу ваҡытында хәүефте баһалау өсөн критерийҙар билдәләй.

Документ ташыу хәүефһеҙлегенә йоғонто яһаусы факторҙарҙы асыҡлау, баһалау, иҫкәртеү һәм контролдә тотоу буйынса системалы эш алып барыуға йүнәлтелгән. Хәүефте баһалау бөтә этаптарҙа ла кәрәк: рейсты әҙерләгәндә, пассажирҙарҙы ултыртҡанда һәм төшөргәндә, шулай уҡ маршрут буйынса хәрәкәт иткәндә. Мәҫәлән, потенциаль хәүефле булған осраҡтарҙы һәм ваҡиғаларҙы даими күҙәтеү кәрәк.

Источник: МАХ-канал Госавтоинспекции России.

Автор:
Читайте нас