Рух
+23 °С
Болотло
Общие статьи
9 Май , 10:10

Радий Хәбиров Еңеү көнөндә Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды

9 майҙа Өфөнөң Совет майҙанында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың һәйкәленә сәскәләр һалды. Скульптура композицияһы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренә һәм Тыуған ил өсөн ғүмерҙәрен биргән бөтә ватандаштарға арналған.

Радий Хәбиров Еңеү көнөндә Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалдыРадий Хәбиров Еңеү көнөндә Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды
Радий Хәбиров Еңеү көнөндә Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды
Тантаналы сарала Рәсәй Геройҙары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандары, Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, Дәүләт Думаһы, республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.
Ватанды һаҡлаусыларҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдылар.
- Республика халҡы һәр ваҡыт лайыҡлы һуғышҡан, һәм беҙ уларҙың батырлыҡтарын иҫтә тоторға тейешбеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров журналистар менән әңгәмәлә. - Республикала 58 фронтовик, 98 мең һуғыш балаһы йәшәй, Афғанстанда һәм Чечняла ҡораллы конфликт ветерандары быуыны бар, ә хәҙер махсус хәрби операция ветерандары плеядаһы барлыҡҡа килә. Беҙҙең бурыс - уларға ярҙам сараларын киңәйтеү, уларҙың ғаиләләрен хәстәрлек менән уратып алыу.
Радий Хәбиров Еңеү көнөндә Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды
Радий Хәбиров Еңеү көнөндә Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды
Радий Хәбиров Еңеү көнөндә Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды
Радий Хәбиров Еңеү көнөндә Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды
Радий Хәбиров Еңеү көнөндә Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды
Радий Хәбиров Еңеү көнөндә Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды
Радий Хәбиров Еңеү көнөндә Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды
Радий Хәбиров Еңеү көнөндә Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды
Автор:
Читайте нас