Рух
+20 °С
Ясно
Общие статьи
6 Мая , 09:51

Башҡортостан халҡын «Еңеү йөҙҙәре» проектвнда ҡатнашырға саҡыралар

«Рәсәй – минең тарихым» мультимедиа тарихи парктарында «Еңеү йөҙҙәре» Бөтә Рәсәй тарихи проекты эшләй башланы. Илдең 26 төбәгендә Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарының ғаилә тарихтарын йыйыуға тотондолар. Унда Башҡортостан республикаһы халҡы ла ҡатнаша ала.

Башҡортостан халҡын «Еңеү йөҙҙәре» проектвнда ҡатнашырға саҡыраларБашҡортостан халҡын «Еңеү йөҙҙәре» проектвнда ҡатнашырға саҡыралар
Башҡортостан халҡын «Еңеү йөҙҙәре» проектвнда ҡатнашырға саҡыралар

«Еңеү йөҙө» проектының төп бурысы – совет халҡының батырлығы, фронтта һуғышҡандар, тылда хеҙмәт иткәндәр, блокада, оккупация, концлагерҙарҙы кисергәндәр һәм Бөйөк Еңеүгә үҙ өлөшөн индергәндәр тураһында халыҡ хәтерен һаҡлау.

Республика халҡы үҙенең яҡындары һәм туғандары – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, тыл хеҙмәтсәндәре, һуғыш балалары һәм яҙмыштары һуғыш осоро менән бәйле булғандары хаҡында һөйләй ала. Бөтә тарихтар, фотоһүрәттәр һәм документтар Бөйөк Еңеү тураһында халыҡ йылъяҙмаһының бер өлөшө булып тора. Уларҙы «Еңеү йөҙҙәре» Бөтә халыҡ тарихи проектына тапшыралар. Улар Еңеү Музейы стеналарында һаҡланасаҡ һәм трансляцияланасаҡ.

Ғаиләгеҙҙең геройҙары тураһында хәтерҙе һаҡлап ҡалыу мөмкинлеген файҙаланығыҙ!

Проектта нисек ҡатнашырға? Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ата-бабағыҙ тураһында хикәйә төҙөгөҙ. Уны «Еңеү йөҙҙәре» Бөтә халыҡ тарихи проектының рәсми сайтына тапшырығыҙ https://лицапобеды.рф йәки форманы тултырығыҙ: https://forms.yandex.ru/u/69f33c2d49af470efab98cfe 

Галина Морозова, иллюстрация – исторический парк «Россия – моя история»

Автор:
Читайте нас