Рух
+6 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Общие статьи
21 Апреля , 12:00

Ауырғазы районының Юламан ауылында «Һаулыҡ поезы» эшләне

«Һаулыҡ автопоезы» районда маршруты буйынса эщен дауам итә.

Ауырғазы районының Юламан ауылында «Һаулыҡ поезы» эшләнеАуырғазы районының Юламан ауылында «Һаулыҡ поезы» эшләне
Ауырғазы районының Юламан ауылында «Һаулыҡ поезы» эшләне

«Тәгәрмәсле поликлиника» белгестәре Юламан ауылы халҡының һаулығын тикшерҙе. «Сәләмәтлек автопоезы» ның килеүен халыҡ дәртләнеп ҡабул итте: алыҫ барырға кәрәкмәй, тулы тикшереүҙе бер урында үтергә мөмкин.

- Беҙҙә дүрт ауыл – Юламан, Культура, Никольск, Алексеевка халҡы хеҙмәтләндерелә. 376 өлкән кеше, 58 бала, - тип һөйләне фельдшер Ольга Кожевникова. - Табиптарҙың беҙгә ауылға килеүе - бик ҡулайлы. Ике көн эсендә күптәр тикшерелде. Белгестәр көн һайын 200-ҙән ашыу пациентты ҡабул итте. Һөҙөмтәлә ҡанда глюкозаның 26 юғары кимәле, холестериндың 17 осрағы асыҡланды, ә 38 пациентта гипертония ауырыуы диагнозы ҡуйылды. Хәүеф факторына артыҡ ауырлыҡтағы кешеләр ҙә инә, беҙҙә улар 38 кеше. Барыһы ла тейешле тәҡдимдәр һәм тәғәйенләүҙәр алды.

«Һаулыҡ поезы» «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Был проект илдә 2025 йылдан Рәсәй президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса старт алды. Уның маҡсаты -2030 йылға тиклем ғүмер оҙайлылығын 78 йәшкә, 2036 йылға - 81 йәшкә тиклем арттырыу.

Ауырғазы районының Юламан ауылында «Һаулыҡ поезы» эшләне
Ауырғазы районының Юламан ауылында «Һаулыҡ поезы» эшләне
Ауырғазы районының Юламан ауылында «Һаулыҡ поезы» эшләне
Ауырғазы районының Юламан ауылында «Һаулыҡ поезы» эшләне
Ауырғазы районының Юламан ауылында «Һаулыҡ поезы» эшләне
Ауырғазы районының Юламан ауылында «Һаулыҡ поезы» эшләне
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас