Рух
+17 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Общие статьи
16 Апреля , 11:45

Ауырғазы районына «Һаулыҡ автопоезы» килде!

13 апрелдән 22 апрелгә тиклем районда күләмле «Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк» медицина акцияһы дауам итә.

Ауырғазы районына «Һаулыҡ автопоезы» килде!Ауырғазы районына «Һаулыҡ автопоезы» килде!
Ауырғазы районына «Һаулыҡ автопоезы» килде!

Был мөмкинлектән тәүгеләрҙән булып Туҡай ауылы һәм яҡын-тирәләге ауылдар халҡы файҙаланды.

Йола буйынса ҡунаҡтарҙы түңәрәк икмәк менән ҡаршы алдылар.

Балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр шиғырҙар һәм йырҙар менән ҡыуандырҙы, художестволы үҙешмәкәр коллективы баян аҫтында йыр башҡарҙы. Табиптар бындай тантаналы ҡабул итеүгә бик шатланды. Осрашыу табиптарға ла, пациенттарға ла яҡшы кәйеф бүләк итте.

Халыҡты һәм медицина бригадаһын Стәрлетамаҡ ҡала дауаханаһының баш табибы Илшат Яппаров һәм район хакимиәте башлығы урынбаҫары Дмитрий Марунич йылы сәләмләне. Улар барыһына ла һаулыҡ һәм табиптарға уңышлы эшләүҙәрен теләне.

Белгестәр өс көн дауамында ҡабул итте. Автопоезд составында Стәрлетамаҡ ҡалаһының диагностик медицина комплекстары һаулыҡ үҙәге, күсмә маммограф һәм флюорограф эшләй. Халыҡ комплекслы тикшереү үтте: флюорография, маммография, ЭКГ, УЗИ, спирометрия, күҙ эсендәге баҫымды үлсәү, анализдар тапшырҙы һәм терапевт, кардиолог, хирург, невролог, эндокринолог һәм бүтән белгестәрҙең консультацияһын алды. Тикшереүҙән һуң һәр кем тәғәйенләүҙәр һәм кәңәштәр алды.

Артабан автопоезд Балыҡлыкүл һәм Яңы Итекәй ауылдарына барсаҡ.

 

Автопоезд маршруты:
- 13–15 апрель — Туҡай
- 16–17 апрель — Юламан
- 20–21 апрель — Балыҡлыкүл
- 22 апрель — Яңы Итекәй

 

Тикшереүҙәргә, күрһәтмәләрҙе иҫәпкә алып, беркетелгән фельдшер сиратҡа яҙа.
 
«Һаулыҡ поезы» «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Был проект илдә 2025 йылдан Рәсәй президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса старт алды. Уның маҡсаты — 2030 йылға ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә тиклем, ә 2036 йылға 81 йәшкә тиклем арттырыу.
Ауырғазы районына «Һаулыҡ автопоезы» килде!
Ауырғазы районына «Һаулыҡ автопоезы» килде!
Ауырғазы районына «Һаулыҡ автопоезы» килде!
Ауырғазы районына «Һаулыҡ автопоезы» килде!
Ауырғазы районына «Һаулыҡ автопоезы» килде!
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас