

Был һауа температураһының күтәрелеүе, сиктәш биләмәләрҙә ҡоро үләндең яныуы менән бәйле. Белорет (0,5 гектар майҙанда) һәм Йылайыр (0,3 гектар майҙанда) урмансылыҡтарында тәүге янғындар теркәлгән дә инде. Урман янғындарын һүндереүҙә ведомствоның урман янғын һүндереү формированиелары белгестәре эшләй. Хәл контролдә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, урмандарға йөрөгәндә тыйыла:
- асыҡ ут менән файҙаланыу;
- янып торған шырпылар, тәмәке төпсөгөн ташлау;
- майланған йәки янар матдәләр менән һуғарылған һөртөлгән материал ҡалдырырға;
- шешәләр йәки быяла ярсыҡтары ҡалдырырға, сөнки улар яндырыу линзалары кеүек эшләй;
- ағастар аҫтында, урман аҡландарында, йырындарҙа, шулай уҡ баҫыуҙарҙа, урманда үлән яндырырға;
- ылыҫлы йәш ағаслыҡтарҙа, торфлы урындарҙа, урман ҡырҡыу урындарында, ҡоро үләнле урындарҙа, ағас түбәләре аҫтында, шулай уҡ зыян күргән урман участкаларында усаҡ яғыу,
- урман хужалығы эштәрен үткәргәндә ҡырҡыу ҡалдыҡтарын яндырырға.
Янғын башланғаны асыҡланғанда:
1) Утты ер менән ҡапларға йәки яҡындағы һыу ятҡылығынан һыу һибергә;
2) Япраҡлы ағастарҙан 1,5 - 2 метр оҙонлоҡтағы ботаҡтарҙы йыйып, ялҡынды ергә «һуғырға». Шулай уҡ тығыҙ туҡыманан тегелгән дымлы кейем менән ут менән көрәшергә мөмкин.
Йыллыҡ тәбиғәт янғындарының эҙемтәләре көтөлмәгән була, кешеләр һәм ҡырағай хайуандар өсөн хәүефле һәм уларҙан һаҡланыу ҡайһы берҙә йылдар буйына дауам итә. Мәҫәлән, торф янғындары һәм уңдырышлы тупраҡтың янып китеүе һауаның ныҡ бысраныуына һәм һирәк осрай торған ҡош һәм хайуан популяцияларының юҡҡа сығыуына булышлыҡ итә. Бөтә хәүеф-хәтәрҙәрҙә лә уяу булығыҙ. Әгәр беҙ урманды янғындан һаҡлап ҡалһаҡ, үҙебеҙҙең сәләмәт киләсәгебеҙҙе тәьмин итербеҙ!
8 (347) 218-14-14 йәки урман һаҡсыларының берҙәм бушлай номеры буйынса 8 (800) 100-94-00.