Пластик операциялар үткәреү «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының республика филиалы пластик хирургия клиникаларының береһе менән төҙөгән килешеү нигеҙендә мөмкин булды. Башҡортостанда махсус хәрби операция ветерандарын һәм уларҙың ғаилә ағзаларын арзан һәм сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү һәм реабилитациялау өсөн «Ватанды һаҡлаусылар» фонды менән хеҙмәттәшлек иткән 73 медицина учреждениеһы билдәләнде. Кәрәк булғанда пациентты Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Федераль медицина-биология агентлығы ҡарамағындағы федераль клиникаларҙың береһенә күсерергә мөмкин.
Вячеслав Андреевҡа беренсе булып йөҙөн тергеҙеү буйынса пластик операция яһала. Ул башта артиллерияла, һуңынан пехотала хеҙмәт итә. 2024 йылдың майында хәрби задание үтәгәндә, Вячеслав күп һанлы ярсыҡтарҙан яралана - уның янында дрон шартлай. Хирургтар Вячеславтың ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итә, әммә йөҙөндә йәрәхәттәр ҡала. 33 йәшлек ирҙең йәрәхәттәре үҙен ышаныслы тойоуға ҡамасаулай.
– Табиптар һәм «Ватанды һаҡлаусылар» фонды ярҙамында үҙ-үҙемә ышанысымды ҡайтарыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде, - тип уртаҡлашты Вячеслав Андреев.
Фондтың республика филиалы эшләй башлағандан алып Башҡортостанда 3 000 ветеран медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән, 1 500 ветеран психологик ярҙам алған, 900 ветеран комплекслы медицина реабилитацияһы үткән. Фондтың республика филиалы медицина учреждениелары, шул иҫәптән шәхси учреждениелар менән хеҙмәттәшлекте дауам итәсәк.
- Беҙ яугирҙарыбыҙға ярҙам итергә теләгән күп кенә ойошмалар менән әүҙем хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Шуларҙың береһе - пластик хирургия клиникаһы. Хеҙмәттәшлек тураһында килешеү нигеҙендә, ай һайын һуғышта йөҙөнә йәрәхәт алған ветерандарҙы бушлай операцияларға ебәрәсәкбеҙ. Тыуған ил алдындағы бурысын намыҫ менән үтәгәндәргә ярҙам иткән бөтә партнерҙарыбыҙға рәхмәтлебеҙ, – тип хәбәр итте «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостан буйынса филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина.
«Ватанды Һаҡлаусылар» фонды ярҙамында бөтә Рәсәй буйынса 280 000-дән ашыу махсус хәрби операция ветераны һәм уларҙың ғаилә ағзалары медицина ярҙамы һәм реабилитация ала.
- Медицина ярҙамы, психологик ярҙам һәм комплекслы реабилитация фонд эшенең башынан уҡ беҙҙең өсөн һис шикһеҙ өҫтөнлөккә әйләнде. Партнерҙар менән бергә беҙ яҡлаусыларыбыҙҙың илебеҙҙең теләһә ниндәй төбәгендә квалификациялы һәм юғары технологиялы ярҙам алыуы өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйбеҙ. Улар өсөн иң яҡшы клиникалар һәм төрлө белгеслектәге табиптар, Ватан медицинаһының иң алдынғы технологиялары бар, - тип билдәләне статс-секретарь-Рәсәй Оборона министрлығы урынбаҫары, «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының рәйесе Анна Цивилева.