Репродуктив һаулыҡты тикшереү буйынса диспансеризация 3799 ҡатын-ҡыҙҙа һәм 2492 ир-атта сир булыуын асыҡлаған.
Ҡатын - ҡыҙҙарҙа кесе янбаш ағзаларының шешеү ауырыуҙары 1348, күрем функцияһы боҙолоуы 1100, аналыҡ муйыны ауырыуҙары 275 осраҡ, шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙың бала табыу һәләтен юғалтыуҙың 130 осрағы билдәләнгән.
Ирҙәрҙә беренсе урында шешеү ауырыуҙары - 838 осраҡ, икенсе урында варикоцелле - 71 осраҡ, өсөнсө урында 20 ир-аттың балаһы була алмаясағын асыҡлау осрағы. Беҙҙең илдә диспансеризация «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты сиктәрендә үткәрелә. Был организмда кире процестар барлыҡҡа килеү хәүефен контролдә тотоуҙың йәки ауырыуҙарҙы, шул иҫәптән онкологияны диагностикалауҙың иң һөҙөмтәле ысулы.
2025 йылдан ил халҡы репродуктив һаулыҡ диспансеризацияһын үтә ала.
Беренсе этапта ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар репродуктив һаулыҡ хәүефе факторҙарын асыҡлау өсөн анкета үтә, табиптар менән кәңәшләшә.
Акушер-гинекологтар һәм урологтар йөклөлөккә һәм бала табыу мөмкинлегенә йоғонто яһаусы ауырыуҙарҙың проблемаларын һәм билдәләрен асыҡлай.
Шулай уҡ 29 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙҙар өсөн енси юл менән йоҡторолған инфекцияларҙы анализлау ҡаралған.
Ошо йылдан алып ҡатын-ҡыҙҙарҙа кеше папилломаһы вирусы 5 йылға 1 тапҡыр аналыҡ муйыны яман шешен тикшереү сиктәрендә билдәләнә.
Репродуктив һаулыҡ тайпылыштары асыҡланһа, пациенттар икенсе этапҡа йүнәлтелә.
Республика медико-генетик-үҙәге.