Мөрәжәғәткә район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физкультура һәм спорт буйынса сектор мөдире Айҙар Язданов аңлатма бирҙе:
- Беҙҙең район йәштәре өсөн был буш һүҙ түгел, улар егет һәм ҡыҙҙарҙың йөрәгендә ыңғай яуап һәм ярҙам тапты.
«Йәш гвардия» берекмәһе, шулай уҡ #МыВместе һәм #ДорогоюДобра ирекмәндәр төркөмдәре СВО ҡатнашыусыларына әүҙем ярҙам итә.
Гуманитар ярҙам йыйыуҙа ҡатнашалар, маскировка селтәрҙәре бәйләйҙәр, ҡоро душ, хәрби аксессуарҙар (талисмандар, иҫән ҡалыу беләҙектәрен) эшләйҙәр, яугирҙарҙың ғаиләләренә көнкүрештә ярҙам итәләр - ҡар таҙарталар, йорт яны участкаларында өмәләр үткәрәләр, кәрәк саҡта, мәҫәлән, дауаханаға алып баралар йәки кәрәкле урынға оҙаталар, магазиндарға йөрөйҙәр һ.б.).
Активистар район һәм республика патриотик сараларын ҡалдырмайҙар. Күргәҙмәләрҙә улар экипировка, хәрби трофейҙар һәм алғы һыҙыҡтан алынған ҡорамал өлгөләрен, шулай уҡ үҙ ҡулдары менән эшләнгән макеттарҙы (бронежилеттар, каскалар, миналар, автоматтар, дрондар) тәҡдим итә. Был экспозициялар халыҡта барған ваҡиғаларҙы тәрәнерәк аңлауҙы формалаштыра. Йәштәрҙә эшһөйәрлек, ижадилыҡ, командала эшләү һәләте үҫешә.
Шуны билдәләп үтергә теләйем, Радий Хәбиров бер нисә тапҡыр республикала йәштәр сәйәсәтенә ҙур иғтибар бүленә, тине. Ул үҫеп килеүсе быуын менән эшләүҙе үҙенең шәхси өҫтөнлөгө тип атай.