«Урман янғындарын һүндереү» программаһында ҡатнашыусы тағы 30 кеше квалификацияһын күтәреү тураһында таныҡлыҡ алды. Шулай итеп, республикала 400-гә яҡын профессионал урмандарҙағы янғындарҙы һүндереү буйынса эште тиҙ арала ойошторорға әҙер.
Уҡытыуҙы Башҡортостан Республикаһы башлығы гранттары конкурсы еңеүсеһе «Урман ҡарауылсыһы - яңы мөмкинлектәр» проекты сиктәрендә Өфө урман-техник техникумы уҡытыусылары үткәрҙе. Программа 12 ғинуарҙа старт ала һәм теорияны дистанцион өйрәнеүҙе техникум базаһында күнекмәләрҙе практик эшкәртеү менән берләштерә.
- Тыңлаусылар составы урмандарҙы һаҡлауға комплекслы ҡарашты һыҙыҡ өҫтөнә ала: уҡытыуҙы урман хужалығының штатлы хеҙмәткәрҙәре лә, ирекмәндәр ҙә — ауыл биләмәләре башлыҡтары, махсус техника водителдәре һәм янғын һүндереүселәр ҙә үтте. Тап ошондай төрлө яҡлы әҙерлек эштең яйға һалыныуын гарантиялай һәм урман фондына зыянды кәметеп, янғын сығанаҡтарын иртә стадияла бөтөрөргә мөмкинлек бирә, — тип хәбәр итте Башҡортостан республикаһының урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.