- Форумда бөтә төбәк вәкилдәре ҡатнаша, - тип һөйләне Валерий Анатольевич. - Күршеләрҙең нимә менән йәшәүен, ниндәй проблемалар кисергәнен белеү ҡыҙыҡ. Әлбиттә, муниципалитеттар араһында конкуренция бар, әммә ул беҙгә үҫеш бирә. Беҙ бер-беребеҙҙең тәжрибәһен ҡарайбыҙ, яҡшы нәмәләрҙе үҙләштерәбеҙ һәм үҙебеҙҙә ҡулланабыҙ. Форумдың исеме лә "Кесе Ватан - Рәсәй көсө" сараға тура килеп тора, унан яҡшыраҡты уйлап тапмаҫһың!
Валерий Анатольевич шулай уҡ республиканан һәм уның Башлығынан алған тәьҫораттарын һөйләне.
- Өфө - заманса матур ҡала, - тип өҫтәне Валерий Князькин. - Бынан тыш, мин Шишмә районында экскурсияла булдым. Төҙөкләндереү буйынса проекттар менән танышыу ҡыҙыҡлы булды — район бик яҡшы үҫешә. Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров бик аҡыллы кеше, уның менән аралашыу тик яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы.
#МАЛАЯ_РОДИНА_СИЛА_РОССИИ2026 #Республика_Башкортостан_Уфа #ВАРМСУ