Программаның төп нөктәһе булып кабель сәнәғәте өсөн полимер компаундтар етештереүҙә лидерҙарҙың береһе булған «Башпласт» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте предприятиеһына экскурсия торҙо. Форумда ҡатнашыусыларға юғары технологиялы производство күрһәтелде, уның тулы циклын үҙ ғилми-тикшеренеү лабораторияһы һәм логистика комплексы тәьмин итә. Предприятиела 318 кеше эшләй. Бында лайыҡлы хеҙмәт шарттары булдырыу һәм корпоратив мәҙәниәтте үҫтереү төп урынды биләй.
Сәфәрҙең икенсе өлөшө – «Директорҙар советы - ҡала мәнфәғәте өсөн партнерлыҡ» муниципаль практикаһына арналған түңәрәк өҫтәл. Был кейс бизнес, власть һәм йәмғиәттең үҙ-ара эш итеү механизмы булараҡ күрһәтелә, ул территорияны үҫтереүгә йүнәлтелгән. Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Артур Ғафаров Һәм «Башпласт» етәксеһе, ҡала директорҙар Советы рәйесе урынбаҫары Василий Космынин Стәрлетамаҡта Рәсәйҙә беренсе берҙәм комплекслы ярҙам үҙәге учас асылыуын ошондай партнерлыҡ һөҙөмтәһе итеп килтерҙе.
- Муниципалитеттың ҙур ҡала барлыҡҡа килтереүсе предприятиелар һәм социаль йүнәлешле бизнес менән үҙ-ара килешеп эш итеүе - уникаль практика ғына түгел, әммә файҙалы: дөйөм мәсьәләләрҙе хәл итеп, килешеп һәм алға китеп кенә бергә үҫешергә мөмкин, - тип фекерен уртаҡлашты форум делегаттарының береһе, Северодвинск хакимиәте башлығы урынбаҫары Олег Бачериков.
Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы Рита Сәмиғуллина делегаттарға «Асыҡ муниципалитет: власть һәм халыҡтың интеграцияланған үҙ-ара эш итеү системаһы» комплекслы моделен тәҡдим итте. Был система максималь асыҡлыҡ принциптарына нигеҙләнә һәм ауылдарҙа һәм предприятиеларҙа халыҡ менән даими осрашыуҙарҙы, республика министрҙары ҡатнашлығында граждандарҙы ҡабул итеүҙе, Башҡортостан етәкселеге менән күсмә ултырыштарҙы үҙ эсенә ала. Ултырыштарҙың береһенең һөҙөмтәһе булып 2030 йылға тиклем район үҫешенең «Юл картаһы» булды.
Модель һөҙөмтәлелеге һандар менән раҫлана. Республика муниципалитеттары араһында үҙ килеменең үҫеше буйынса Стәрлетамаҡ районы 2024 йылда 39-сы урындан 6-сы урынға күтәрелде. Ул агросәнәғәт секторында ла (2025 йылда тулайым иген йыйымы 250 мең тоннанан ашып киткән), шулай уҡ сәнәғәт үҫешендә лә лидерҙар иҫәбенә инә, төбәктә икенсе урынды биләй. Район миграция артыуын, эшһеҙлектең кәмеүен күрһәтә һәм хеҙмәтте легализациялау буйынса беренсе урынды биләй.
Шулай уҡ биләмәнең визит карточкаһы булып халыҡты берләштергән ҙур ваҡиғалар, «Йөрәктау-трейл» спорт фестивале һәм «Сөмбөлә» икмәк гастрономия байрамы тора. Осрашыу аҙағында һәр ҡунаҡ иҫтәлеккә боронғо рецепт буйынса бешерелгән ьүңәрәк икмәк алды.
- Стәрлетамаҡ районында хакимиәттең эшенә һәм халыҡ менән аралашыу практикаһына ҡарашы һоҡландырҙы. Был тап шул модель, уны үҙләштерергә кәрәк. Власть һәм кешеләр бер телдә һөйләшкәндә һәм проблемаларҙы бергәләп хәл иткәндә, был бик ҡиммәт, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Силәбе өлкәһенең Наҙы-Петровск муниципаль округы башлығы Сергей Кравцов.
«Стәрлетамаҡ эшсеһе» һәм «Ауыл баҫыуҙары»гәзиттәре материалдары буйынса әҙерләнгән.
Форумдың матбуғат хеҙмәте фотоһы.
#МАЛАЯ_РОДИНА_СИЛА_РОССИИ2026 #Республика_Башкортостан_Уфа #ВАРМСУ