Рух
-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Ғинуар , 09:03

Эксперттар Башҡортостан Башлығының мөрәжәғәтнамәһе буйынса фекер алышты

Йома, 30 ғинуарҙа, Радий Хәбиров республика Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай. Политологтар, депутаттар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм бизнес вәкилдәре үҙ сығышында төбәк Башлығының ниндәй темаларға ҡағылыуы хаҡында фекер алышты.

Эксперттар Башҡортостан Башлығының мөрәжәғәтнамәһе буйынса фекер алышты
Эксперттар Башҡортостан Башлығының мөрәжәғәтнамәһе буйынса фекер алышты

«Минеңсә, республика Башлығы бында ғына түгел, тәү сиратта алғы һыҙыҡта, бөтә милләт ҡәрҙәштәребеҙ иңгә-иң терәшеп торған халыҡ берҙәмлеген нығытыу тураһында һөйләйәсәк. Бындай берҙәмлек тәү сиратта Башҡортостан өсөн кәрәк, сөнки бөгөнгө көндә илде тарҡатырға тырышыу өсөн беҙҙең кеүек күп милләтле төбәктәргә тышҡы һөжүм бара», – ти Башҡортостан мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге директоры, сәйәси фәндәр кандидаты Марат Мәрҙәнов «СПУТНИК ФМ» эфирында.

 
Автор: Равиля Бардыбаева
Читайте нас