

Хәрби хәрәкәттәр ветераны Илья Макаров тәүгеләрҙән булып махсус хәрби операция зонаһында дрондар ҡуллана башланы. Ул үҙ ирке менән алғы һыҙыҡҡа юллана һәм пилотһыҙ осоу объективы аша «яуҙы» күрергә өйрәнә.
Хәҙер Ильяс башҡаларға ярҙам итә. Яҡташыбыҙ хәрби комиссариатта эшләй, буласаҡ контракт буйынса кәңәштәр бирә һәм документтар әҙерләй.
Уның һүҙҙәренсә, МХО зонаһында дрондар бөтә ерҙә лә файҙаланыла, сөнки улар аныҡ һөжүм яһай, оборонаны көсәйтә һәм хеҙмәтте хәүефһеҙерәк итә.
БПЛА операторҙарын әҙерләү ике ай дауамында махсус уҡыу үҙәгендә алып барыла. Оборона министрлығы менән контракт көрәшсене уның ризалығынан тыш икенсе вазифаға күсермәүҙәрен гарантиялай. Хеҙмәттең һөҙөмтәлелеге өсөн барлыҡ льготалар һәм премиялар ҡаралған.
Тулыраҡ мәғлүмәт менән 122 һандары буйынса танышырға мөмкин.