15 төбәктән 59 студент һайлап алынды. Башҡортостанды «Электроэнергетика и электротехника» йүнәлешндәге студенттар яҡлаясаҡ. Былар бакалавриаттың студенттары Радмир Исламғәлиев, Рауил Сарымов һәм Артем Тимофеев, шулай уҡ икенсе курс магистранты Алина Ҡолһарина.
- Бөтә илдән һайлап алынған студенттарҙың дүртәүһе - Өфөнөң Вуз-ара кампусы резиденты вәкилдәре һәм улар республикабыҙ вуздарынан берҙән-бер ҡатнашыусылар булыуы студенттарыбыҙҙың юғары әҙерлек кимәле һәм төбәктә булдырылған фәнни-мәғариф экосистемаһының һөҙөмтәлелеге хаҡында һөйләй. Проекттың һәләтле йәштәрҙе иҡтисадтың реаль секторы менән туранан-тура бәйләүе айырыуса ҡиммәтле. Индустриаль партнерҙарҙың заданиелары буйынса сығарылыш квалификация эштәре өҫтөндә эшләү талап ителгән һөнәргә һәм ил өсөн көнүҙәк технологик мәсьәләләрҙе хәл итеүгә тура юл булып тора, - тип аңлатма бирә Башҡортостандың фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина.
Өфө дәүләт нефть техник университетының «Предприятиеларҙың электротехникаһы һәм электр ҡорамалдары» кафедраһы мөдире Марат Хәкимйәнов һүҙҙәренсә, хәҙер балаларға проекттың индустриаль партнерҙары менән билдәләнгән темалар буйынса сығарылыш квалификация эштәрен әҙерләргә кәрәк. Студенттар университет кураторы һәм «ЭРСО» Холдингы остаздары менән берлектә эшләйәсәк.
Хәҙер ҡатнашыусылар буласаҡ ВКР-ҙың техник заданиеларын эш биреүселәр вәкилдәре менән берлектә яраштыра. Эштәрҙе әҙерләү барышында студенттар индустриаль партнер майҙансығында стажировка үтеү һәм диплом алды практикаһын үтеү мөмкинлегенә эйә буласаҡ.
«Системное решение» проектын «Система» хәйриә фонды һәм «Ышаныслы алмаш» мәғариф проекты «Лифт в будущее» программаһы сиктәрендә тормошҡа ашыра. «Информатика, вычислительная техника, радиотехника и системы связи», «Электротехника и теплоэнергетика», «Микроэлектроника и нанотехнологии», «Архитектура и строительство», «Биотехника. Химические технологии и биотехнологии» тигән биш йүнәлеште үҙ эсенә ала.
Проектҡа 2026 йылдың йәйендә йомғаҡ яһаласаҡ. Еңеүселәр өсөн бүләк - проекттың партнер-компанияларында карьера башлау мөмкинлеге. Бынан тыш, иң яҡшы ҡатнашыусыларҙы, ғилми етәкселәрҙе һәм проектта әүҙем ҡатнашыусыларҙы мәғариф ойошмалары финанс ярҙамы көтә.
Белешмә.
Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса илдә заманса кампустар селтәре булдырыла. 2030 йылға 25 кампус барлыҡҡа килергә тейеш. Эште Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Хәҙер «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ярҙамында 24 кампус проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа тиклем артасаҡ.
Өфөләге юғары уҡыу йорттары ара кампусы - был 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, скверҙар һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар киңлеге.
Фото һәм сығанаҡ: campusufa.ru