Рух
-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Ғинуар , 10:39

Ауырғазы районында балыҡтарҙы һаҡлау буйынса күп эштәр башҡарыла

Районда балыҡтарҙы тонсоғоуҙан һаҡлап ҡалыу өсөн Талбазы күлендә лә акция ойошторолдо.

Ауырғазы районында балыҡтарҙы һаҡлау буйынса күп эштәр башҡарыла
Ауырғазы районында балыҡтарҙы һаҡлау буйынса күп эштәр башҡарыла

Талбазы ауылының Беренсе күле ярында ғәҙәттәгесә булмаған йәнлелек ине. Бында лицейҙың һигеҙенсе синыф уҡыусылары, битараф булмаған ауыл халҡы балыҡты ҡотҡарыу өсөн сыҡты.
Билдәле халыҡ экологы, Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу министры кәңәшсеһе Миҙхәт Хәсәнов етәкселегендә районда ун етенсе тапҡыр «Балыҡты тонсоғоуҙан ҡотҡарабыҙ» экологик акцияһы үтте.
Эш башланыр алдынан Миҙхәт Рауил улы уҡыусыларға проблеманың асылын аңлатты. Ҡалын боҙ аҫтында зарарлы газдар йыйыла, ә балыҡ өсөн кислород бик аҙ була. Акция тап ошоно төҙәтергә һәм яҙғыһын һыу ятҡылыҡтарында йәшәүселәрҙең күпләп һәләк булыуын булдырмаҫҡа тейеш.

 

Хәсәнов шулай уҡ балаларға үҙенең «Үрсе, мәрсен (осетр)!» Бөтә Рәсәй проекты тураһында һөйләне. Ҡиммәтле балыҡ тоҡомдарын тергеҙеү буйынса был программа ҙур компанияларҙың ярҙамын ала һәм хатта Страсбургта халыҡ-ара форумда ла күрһәтелә. Миллионлаған себер мәрсене (бикре, тип тә әйтелә) селбәрәләре бөтә илдең экологияһын яҡшырта, һәм һәр беребеҙ был эштә туранан-тура ҡатнаша ала.

 

Мәктәп уҡыусылары дөрөҫ итеп мәкеләр уйырға өйрәнде. Баҡтиһәң, тишек яһау ғына етмәй икән. Тирә-яғын боҙҙан таҙартырға һәм һауа үтеп инерлек бушлыҡ ҡалдырып, ҡар йәки һаламдан тығыҙ ҡатлам менән ҡапларға кәрәк. Бындай «ҡапҡас» мәкенең тиҙ туңыуына ҡаршы тора һәм һыу ятҡылығын кислород менән тәьмин итә.

Эколог боҙҙа хәүефһеҙлек буйынса инструктаж да үткәрҙе, өлкәндәрһеҙ боҙға сығыуҙы ҡәтғи тыйҙы.
Бер көн эсендә йәш экологтар балыҡтар өсөн ун биш ҡотҡарыу ҡоролмаһы төҙөнө. Акцияның маҡсаты - райондың бөтә ауыл биләмәләрендә йәшәүселәрҙе изге эшкә йәлеп итеү. Миҙхәт Хәсәнов әйтеүенсә, теләгән һәр кем тыуған тәбиғәтенә бына ошолай ярҙам итә ала.

Ауырғазы районында балыҡтарҙы һаҡлау буйынса күп эштәр башҡарыла
Ауырғазы районында балыҡтарҙы һаҡлау буйынса күп эштәр башҡарыла
Ауырғазы районында балыҡтарҙы һаҡлау буйынса күп эштәр башҡарыла
Ауырғазы районында балыҡтарҙы һаҡлау буйынса күп эштәр башҡарыла
Ауырғазы районында балыҡтарҙы һаҡлау буйынса күп эштәр башҡарыла
Ауырғазы районында балыҡтарҙы һаҡлау буйынса күп эштәр башҡарыла
Ауырғазы районында балыҡтарҙы һаҡлау буйынса күп эштәр башҡарыла
Ауырғазы районында балыҡтарҙы һаҡлау буйынса күп эштәр башҡарыла
Ауырғазы районында балыҡтарҙы һаҡлау буйынса күп эштәр башҡарыла
Автор: Равиля Бардыбаева
Читайте нас