Рух
-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Декабрь 2025, 14:36
1

Өфө урамында - яңы махсус һыҙаттар

Өфөлә Менделеев урамында йәмәғәт транспорты өсөн махсус һыҙаттар барлыҡҡа килде.

Өфө урамында - яңы махсус һыҙаттар
Өфө урамында - яңы махсус һыҙаттар

«Конди» туҡталышынан алып «Аҡбуҙат» ипподромы янындағы «Башнефть» туҡталышына тиклем һәм кире яҡҡа 5.14.1. билдәләре ҡуйылды. Бындай ҡарарҙы юл хәүефһеҙлеге буйынса ҡала комиссияһы ҡабул итте.

Бөгөнгө көндә күсеү осоро ғәмәлдә: әлегә водителдәргә айырым һыҙаттар буйынса шәхси автомобилдәрҙә йөрөгән өсөн штраф һалынмай. 2026 йылдың ғинуарынан камералар ҡағиҙә боҙоуҙарҙы теркәй башлаясаҡ, һәм автомобилистар законға ярашлы штраф аласаҡ. Бындай участкаларҙа туҡталыу ҙа тыйыла.

Автор: Равиля Бардыбаева
Читайте нас