Рух
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Декабрь 2025, 10:20

Владимир Путинға МХО-ла ҡатнашыусылар менән эшләү буйынса отчет бирелде

Президент менән осрашыу барышында «Берҙәм Рәсәй»ҙең Генераль Советы секретары Владимир Якушев хәбәр итеүенсә, маъсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн күләмле әҙерлек, шул иҫәптән уҡытыу һәм остазлыҡ үткәрелгән.

Владимир Путинға МХО-ла ҡатнашыусылар менән эшләү буйынса отчет бирелде
Владимир Путинға МХО-ла ҡатнашыусылар менән эшләү буйынса отчет бирелде

Һөҙөмтәлә уларҙың 2025 йылғы һайлау кампанияһында әүҙем ҡатнашыуы күҙәтелә: 890 кеше депутат мандаты алды (2024 йылда 304).

Билдәләп үтергә кәрәк, Башҡортостанда 10 яугир урындағы үҙидара органдары депутаты булды.

2026 йылға төп маҡсат-Берҙәм тауыш биреү көнөндә уңышлы ҡатнашыу. Шулай уҡ партияның Халыҡ программаһын милли маҡсаттар тураһында президент указына ярашлы итеп килтереү буйынса эш алып барыла.

Программала Рәсәй Геройы Владимир Сайбель етәкселегендә СВО ҡатнашыусыларына һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү өсөн айырым бүлек булдырылған.

Владимир Путин билдәләүенсә, парламентарийҙар бер тауыштан тиерлек махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре файҙаһына башланғыстарҙы хуплай, ә хәрбиҙәр үҙҙәре, власҡа килгәс, был мәсьәләләргә айырым иғтибар бирәсәк.

Автор: Равиля Бардыбаева
Читайте нас