Рух
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Декабрь 2025, 12:19

Андрей Назаров:"Төбәк власы–хоҡуҡ теорияһы менән кеше тормошо араһындағы күпер"

Башҡортостан республикаһы хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Халыҡ-ара бизнес аҙналығы сиктәрендә «Хоҡуҡ өҫтөнлөгө: тарихи хәҡиҡәттән Рәсәй юриспруденцияһының киләсәгенә» XI дөйөм Рәсәй юридик форумының пленар ултырышында төбәк башҡарма власының хоҡуҡ теорияһы менән кешенең көндәлек тормошо араһында күпер булып тороуын билдәләне.

Андрей Назаров:"Төбәк власы–хоҡуҡ теорияһы менән кеше тормошо араһындағы күпер"
Андрей Назаров:"Төбәк власы–хоҡуҡ теорияһы менән кеше тормошо араһындағы күпер"

Илдә Башҡортостандағы кеүек юристарҙың киң селтәрле башҡа төбәк ассоциацияһы юҡ, тип аңлатты министрҙар кабинеты башлығы. Был республиканың бөтә тораҡ пункттарында тиерлек хоҡуҡи белем биреүгә һәм ярҙамға йүнәлтелгән юридик йүнәлеш бар тигәнде аңлата.

Төбәк башҡарма власы, хоҡуҡ теорияһы менән кешенең көндәлек тормошо араһында күпер булып сығыш яһап, төп таяу булған элементтарға нигеҙләнә.

 «Был хоҡуҡтарҙы һәм азатлыҡты теүәл үтәү, шулай уҡ һөҙөмтәле һәм асыҡ дәүләт идаралығы. Республиканың үҙәк идараһы ярҙамында беҙ социаль селтәрҙәрҙә 1,5 миллиондан ашыу мөрәжәғәтте эшкәрттек. Стандарт буйынса өс сәғәт урынына уртаса ике сәғәт эсендә яуап бирәбеҙ. Шулай уҡ дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙең уңайлы мөхите лә шундай таяныс булып тора. Күп фукциялы үҙәктәр селтәре менән тәьмин итеү буйынса беҙ илдә тәүге бишәү иҫәбендә һәм 490-ға яҡын төр хеҙмәт һәм сервис күрһәтәбеҙ. Был асыҡ диалог һәм үҙ-ара эш итеү. Беҙ «ЦУР. Бизнес» берҙәм экосистемаһын булдырабыҙ. Бизнес менән осрашыуҙар үткәрәбеҙ, унда ике меңгә яҡын кеше ҡатнашты. Онлайн режимда уларҙың һорауҙарын беләбеҙ», – тип аңлатты премьер-министр.

Һәр кемдән хоҡуҡ теорияһының кешеләрҙең көткәндәренә ни тиклем тура килеүе һәм уның бөгөнгө көткәндәргә ни тиклем тиҙ тура килеүе тора. Юриспруденцияның иртәгәһе көнө глобаль дөйөм дәүләт, кешелек ҡарашында, тип йомғаҡ яһаны Андрей Назаров.

Андрей Назаров:"Төбәк власы–хоҡуҡ теорияһы менән кеше тормошо араһындағы күпер"
Андрей Назаров:"Төбәк власы–хоҡуҡ теорияһы менән кеше тормошо араһындағы күпер"
Автор: Равиля Бардыбаева
Читайте нас