Рух
+13 °С
Облачно
Общие статьи
20 Ноября 2025, 05:21

Ваҡиғаларға бай тормош: Башҡортостанда йәшәүсе 76 йыл хеҙмәт стажына эйә.

Тәжрибә ҡиммәте һәм өлкәндәрҙең аҡыллылығы тураһында йыш ишетәбеҙ. Әммә 76 йыл хеҙмәт стажынан да тәьҫирлерәк нимә булыуы мөмкин? Был һандар ғына түгел, ә тотош дәүер. Бындай әһәмиәтле хеҙмәт юлы уникаль күренеш. Бындай кеше Ауырғазы районы Кәлсербуран ауылында йәшәй.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ваҡиғаларға бай тормош: Башҡортостанда йәшәүсе 76 йыл хеҙмәт стажына эйә.Ваҡиғаларға бай тормош: Башҡортостанда йәшәүсе 76 йыл хеҙмәт стажына эйә.
Ваҡиғаларға бай тормош: Башҡортостанда йәшәүсе 76 йыл хеҙмәт стажына эйә.

Һуғыш һәм һуғыштан һуңғы ауыр һынауҙарҙы үткән кешеләрҙең хәҙерге быуынға һөйләү өсөн күп хәтирәләре бар. Улар араһында – Ауырғазы районы Кәлсербуран ауылынан Йәүҙәт Ғәлиев.

Йәүҙәт Ғәлиевҡа туғыҙ йәш булғанда һуғыш башлана. Уға тиҫтерҙәре менән бергә ул йылдарҙағы бөтә ауырлыҡтарҙы һәм мохтажлыҡтарҙы үтергә тура килә. Бөтә ир-егеттәр тиерлек фронтҡа китә. Бөтә ауыр эште ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар башҡара. Баласаҡ хәтере күптән үткән йылдар ваҡиғаларын асыҡ хәтерләй. Ул шул ауыр көндәрҙе һәм һәр үткән мәлде онота алмаған.

Тыуған ауылында дүрт класты тамамлай, тик уҡыуын дауам итә алмай. Күрше Кешәнле ауылында «халыҡ дошманы» улын мәктәпкә алыуҙан баш тарталар. Уның атаһы Хүжәт Ғәлиев склад мөдире булып эшләгән. Бер ваҡыт билдәһеҙ кешеләр келәттән иген урлай, яҙын сәсеүгә бер нәмә лә ҡалмай. Хужәт Йәғәфәр улы тәләфләүҙә ғәйепләнә һәм төрмәгә ябыла. Был Йәүҙәт һәм өлкән улы Тәлғәттең яҙмышына йоғонто яһамай ҡалмай.

 

Һигеҙ йәштән – колхоз эшендә

Иртә өлкәнәйгән Йәүҙәт колхозда һигеҙ йәшенән, үҙе әйтеүенсә, «прицепсы»булып китә. Ике-өс малай аттарҙы баҫыуға алып килә, унда ҡул менән башаҡ һуғалар. Бер барабанға һигеҙ ат егелә, бер кеше улар менән идара итә. Уртала тешле барабан, унан оҙон дүрт-биш метрлыҡ брустар түңәрәк буйынса сыға. Уларҙың һәр береһенә парлы ат бәйләйҙәр, һәм улар түңәрәк буйлап барабанды хәрәкәткә килтерәләр. Ҡатын-ҡыҙҙар башаҡ биреп тора. Шулай итеп һаламды айырып алалар. Һуңынан игенде көрәк менән елгәргескә һалалар. Был эште апай-ағайҙар башҡара, балалар аттарҙы килтереп, алып китеп кенә торалар.

- Быны хәҙер һөйләп кенә аңлатыртлыҡ түгел, хатта ышанмайҙар ҙа, - тип хәтерләй Йәүҙәт Хүжәт  улы. - Минән ете йәшкә олораҡ Хәмит Заһитовтың ярҙамсыһы булдым. Һуңынан уны һуғышҡа алып киттеләр, ул кире әйләнеп ҡайтманы. Йәй көнө - бесән сабыу, һигеҙ йәштән өлкән балаларҙың барыһы ла ҡулынан килгәнсе ярҙам итте. Миңә һигеҙ йәш ине. Мин кәүҙәгә оҙон инем, бәлки, тиҫтерҙәремдән бер аҙ ҙурыраҡ та күренгәнмендер. Бесән йыябыҙ. Мин Мәүсилә исемле ҡатын менән бергә эшләнем, ул һәнәк менән, мин тырма менән бесәнде өйөмгә йыябыҙ, унан бергәләп башҡа ҡатын-ҡыҙҙар ҙур эҫкерттәр ҡуйған урынға һөйрәп алып барабыҙ. Бына шулай эҫе йәйге көндәр үтә. Бының бер ыңғай яғы бар: беҙгә икмәк бирәләр, бер тапҡыр ашаталар, тимәк, һин туҡ. Ул йылдарҙа колхозсыларға иген бирмәнеләр, баҡсаларҙа үҫтергән картуф менән, ашарға яраҡлы урман үләндәрен йыйып туҡланырға тура килә ине. Бөтәһе лә шулай йәшәнеләр инде, халыҡ тырышты.

Ғәлиевтарҙың аталары өс йылдан һуң төрмәнән ҡайта. Ул Мәскәүҙә, билдәле Волга-Дон каналын төҙөүҙә эшләй, ә унда бер көн өс көнгә торошло, тип иҫәпләнә. Бына шулай ун йыллыҡ срок ҡыҫҡартыла. Ғаиләлә тағы ике ҡыҙ - Фәнисә һәм Әнисә – тыуа. Улар әле Талбазыла йәшәй.

Нисек тракторсы булып китә

Ул йылдарҙа Кәлсербуранда ике бригада була. Бригадир Ғата ағай яҙ көнө Ғәлиевтарға килә, улар картуф ултыртып йөрөгән саҡ. Йәүҙәтте эшкә саҡыра. Шулай  итеп, 14 йәшендә үҫмер прицепсы булып китә, хәҙер инде ысынлап та, тракторҙа. Тракторсы ҡатындың фамилияһы Степанова ине, тип иҫенә төшөрә ул. Егет һөрөү тәрәнлеген рычагтар менән көйләй, тештәрен таҙарта. Уның һөйләүенсә, ул саҡта уларҙың ауылында бер тракторсы ла булмаған. Ташлыкүл машина-трактор станцияһы (МТС) кадрҙарҙы комплектлай һәм ауылдарға ебәрә. Колхоз «Кәлсер-Буран» тип атала, уларҙың хатта К.Маркс, ф. Энгельс, В. Ленин, И. Сталин һүрәттәре һәм «Кәлсер-Буран» тигән яҙыулы матур флагы ла булған. Колхоздар ҙурая, уларҙы күрше Яңы Кәлсер менән ҡушалар, колхоз Чкалов исемен йөрөтә башлай. Флагҡа мохтажлыҡ юҡҡа сыға. Ҡыҙыҡ, бәлки, ул кемдәлер һаҡланғандыр ҙа?

Бер-ике йылдан Йәүҙәт үҙе тракторсы һөнәрен үҙләштерергә ҡарар итә, Ташлыкүл МТС-ына. бара. Талбазыла урынлашһа ла, ул шулай тип атала. Егетте йәше бәләкәй тип алырға теләмәйҙәр. Унда башлыса һуғыштан ҡайтҡандар уҡый. Комплект тулы, кабинет бәләкәй. Бала саҡҡа хас булмаған характер менән, ҡыуып сығарып торһалар ҙа, ул дәрестәргә ныҡышмалы йөрөй. Тракторсы булырға теләге ҙур була. Өс айҙан һуң барыбер ҡәҙерле документты ҡулға алыу бәәхетенә ирешә.

 

Колхоздың һуңғы көнөнә тиклем

Тракторсылар ҡайҙа кәрәк, ул шунда бара. Башта ярҙамсы булып эшләй, ә инде 18 йәшендә ышанып трактор бирәләр. Ул беренсе тапҡыр үҙе идара иткән техника була. Һуңынан СХТЗ-НАТИ һәм ДТ гусеницалы тракторҙары менән дә идара итергә тура килә. 1953 йылда яуаплы йәш кешене бригадир ярҙамсыһы итеп ҡуялар. Ҡыш моторҙар цехында эшләй, ятаҡта йәшәй. Дүрт йылдан һуң трактор бригадаһы бригадиры итеп тәғәйенләнә. Ул саҡта колхоз рәйесе Нуриман Санчаев була, шул йылда улар районда беренсе булып сәсеүҙе тамамлай.

60-сы йылдарҙа колхоздар берләштерелә, кәлсерҙәр «Ауырғазы»колхозы составына инә. Рәйесе - Риф Абдуллин. Йәүҙәт Ғәлиев механик, инженер-практик булып эшләй. Белемле инженерҙар килһә, уны икенсе урынға күсерәләр. Улар китә тора, ә егетте яңынан инженер итеп ҡуялар, был бер нисә тапҡыр ҡабатлана. Юғары белемле кешеләр булмай. 1975 йылда ғына Яңы Ҡарамалы ауылынан Ғәлинур Мөлөков юғары белем алып, колхозға ҡайта.

1992 йылда Йәүҙәт Хүжәт улы, үҙ ғүмерендә күп кенә рәйестәр, бригадирҙар менән эшләп, машина ихатаһы мөдире вазифаһынан хаҡлы ялға сыға. Әммә оҙаҡҡа түгел. Кәлсербуран ауылы фермаһында механикты алмаштырырға тура килә. Көндәрҙең береһендә колхоздың рәйесе Венер Ғәлимов уны бригада йортона саҡыра һәм эшкә ҡайтыуҙы һорай. Шулай итеп, Йәүҙәт ағай 2016 йылға тиклем, колхоздың һуңғы көнөнә тиклем эшләй. Тыуған хужалығына ул ғүмеренең 76 йылын бирә.

Хөрмәтле аҡһаҡалға июлдә 93 йәш тулды. Ул мәрхүм ҡатыны Фәүзиә апай менән алты бала тәрбиәләй. Бөгөн кесе улы Илгиз һәм килене Фәнүзә менән бергә йәшәй. Әкренләп хужалыҡта йөрөй, ваҡ-төйәк эштәр менән шөғөлләнә, кәңәштәрен бирә. Өс улдары - Урал, Леонард һәм Илшат - ғаиләләре менән тыуған ауылында төпләнгән, өлкән улдары Йәһүҙә һәм ҡыҙы Гүзәл Талбазыла йәшәй. Уның бәхет һәм шатлыҡ сығанағы - ун ейән-ейәнсәре һәм ун бүләсәре.

 

PS: фотолағы таш бина тураһында айырым хәтирәләрҙә уҡырһығыҙ.

Ваҡиғаларға бай тормош: Башҡортостанда йәшәүсе 76 йыл хеҙмәт стажына эйә.
Ваҡиғаларға бай тормош: Башҡортостанда йәшәүсе 76 йыл хеҙмәт стажына эйә.
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас