Рух
+13 °С
Облачно
Общие статьи
5 Ноября 2025, 18:10

МАХ ҡулланыусылар хәүефһеҙлеген көсәйтә

Ике тикшереү этабы - ике факторлы аутентификация - иҫәп хәүефһеҙлеген арттыра һәм мутлашыу хәүефен кәметә.  

Добавить в предпочтительные источники Google
МАХ ҡулланыусылар хәүефһеҙлеген көсәйтәМАХ ҡулланыусылар хәүефһеҙлеген көсәйтә
МАХ ҡулланыусылар хәүефһеҙлеген көсәйтә

Ике факторлы аутентификация ҡуйыу өсөн кәрәк:

МАХ ҡушымтаһын яңыртыу;
профилдә "Приватность" бүлегенә инеү;
икенсе һаҡланыу ысулы булараҡ пароль өҫтәү.

Өҫтәмә рәүештә «подсказка» ҡалдырырға һәм паролде тергеҙеү өсөн электрон почтаны күрһәтергә мөмкин.

Яңы ҡулланыусыларға система автоматик рәүештә ике факторлы аутентификация ҡуйырға тәҡдим итә. Икенсе факторҙы һуңыраҡ шәхси көйләүҙәрҙә һүндерергә мөмкин.

Рәсәйҙә МАХ аудиторияһы 45 миллиондан ашыу кеше тәшкил итә, октябрҙә уртаса тәүлектәге ҡулланыусыларҙы йәлеп итеү 18,2 миллионға тиклем артҡан. МАХ-та каналдар һаны 11 меңдән ашып киткән.

MAX-ты ошо һылтанма буйынса күсереп алығыҙ: vk.cc/cNty7y 

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru 

Автор:
Читайте нас