Рух
-10 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Октябрь 2025, 18:25

Өфө табибы йәшелсә һәм емеш-еләктең файҙаһы хаҡында иҫкә төшөрҙө

20 октябрҙән 26-на тиклем Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Йәшелсә һәм емеш-еләк ҡулланыуҙы популярлаштырыу аҙналығын үткәрә. Маҡсат-граждандарҙа сәләмәт туҡланыу мәҙәниәтен булдырыу.

Өфө табибы йәшелсә һәм емеш-еләктең файҙаһы хаҡында иҫкә төшөрҙө
Өфө табибы йәшелсә һәм емеш-еләктең файҙаһы хаҡында иҫкә төшөрҙө

Йәшелсә һәм емеш-еләк рационда мөһим урын биләй, улар витаминдар, углеводтар, органик кислоталар һәм минераль матдәләрҙең ҡиммәтле сығанағы булып тора. Улар организмдың нормаль эшләүен тәьмин итеү өсөн кеше рационының нигеҙе булырға тейеш.

— Сәләмәт туҡланыу-сәләмәт йәшәү рәүешенең мөһим факторҙарының береһе. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тәҡдиме буйынса, көн һайын 400 грамм яңы йәшелсә һәм емеш-еләк ҡулланырға кәрәк. Иң ябай ысул- бөтә ғаилә менән туҡланыу, һәм инициатор булып ғәҙәттә ҡатын-ҡыҙ сығыш яһай. Ҡағиҙә булараҡ, ғаилә өҫтәлендә ниндәй ризыҡ буласағы, күпме балалар йәшелсә һәм емеш — еләк ҡулланасағы тап унан тора, - тип һөйләне Республика йәмәғәт һаулығы һәм медицина профилактикаһы үҙәгенең баш табибы Алиса Мамаева.

 
Автор: Равиля Бардыбаева
Читайте нас