Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге "Патриот" хәрби-патриотик паркында "ГеоҺынау" тип аталған халыҡ-ара геология чемпионаты тантаналы шарттарҙа ябылды. Әйткәндәй, сара республикабыҙҙа рәттән өсөнсө тапҡыр ойошторола.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азамат Абдрахманов белдереүенсә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ярҙамы арҡаһында сара юғары кимәлдә ойошторола. Республикабыҙ илебеҙ төбәктәренән һәм сит илдән бихисап ҡунаҡтарҙы ҡабул итте. Был ваҡытта Башҡортостан геология майҙансығына әйләнде.
– Быйыл Башҡортостан бөтәһе 300-ҙән ашыу ҡатнашыусыны йыйҙы, – тине Азамат Фәрит улы. – Рәсәйҙән 22 команданың һәм донъяның 16 иленән командаларҙың ҡатнашыуы күпте һөйләй. Ошо көндәрҙә бәйгеселәргә 35 судья ғәҙел баһа бирҙе.
Шулай итеп, "ГеоҺынау" халыҡ-ара геология чемпионатында Гран-при Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының "Московский ярус" командаһына тапшырылды. Еңеүселәрҙе Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ етәксеһене урынбаҫары Алексей Тарасов ҡотланы, артабан да уңыштар теләне.
Сығышы менән Кото-дИвуар иленән булған Өфө дәүләт нефть техник университеты профессоры Атсе Яо Доминник Барнабэ әйтеүенсә, "ГеоҺынау" шул хәтлем юғары кимәлдә ойошторолған, ә егеттәр һәм ҡыҙҙар тәрән белемгә эйә икәнен күрһәтте.
Сығанаҡ: https://bashgazet.ru