Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Июль 2025, 15:17

Башҡортостанда клиника милли проект ярҙамында яңы ҡорамалдар алды

Башҡортостанда косметология бизнесын уңышлы үҫтереүгә бөтә шарттар ҙа бар.

Башҡортостанда клиника милли проект ярҙамында яңы ҡорамалдар алды
Башҡортостанда клиника милли проект ярҙамында яңы ҡорамалдар алды

Нефтекама ҡалаһында косметология хеҙмәттәре күрһәтеүгә махсуслашҡан «КосмоМед» клиникаһы ун йыл дауамында хеҙмәт баҙарында уңышлы эшләй.

Күптән түгел ул энәле радиолифтинг өсөн заманса ҡорамалдар һатып алған. Был ҡорамалдарҙы һатып алыу өсөн клиника Башҡортостан микрокредит компанияһы биргән 1,5 миллион һум күләмендәге льготалы займдан файҙаланған. Республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был финанс ярҙамы «Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» милли проекты ярҙамында мөмкин булды.

Алдынғы технологияларҙы ҡулланыу «КосмоМед» клиникаһына юғары сифатлы хеҙмәттәр күрһәтергә һәм төбәктә медицина хеҙмәттәре баҙарында үҙ позицияларын нығытырға мөмкинлек бирәсәк.

- Әлеге иҡтисади шарттарҙа микрокредитлау дәүләт ярҙамының талап ителгән ҡоралына әүерелә. Эшҡыуарҙарға кәрәкле сараларҙы тиҙ арала алыу бик мөһим, һәм тап ошондай мөмкинлекте микрофинанслау механизмы бирә. Льготалы микрозаймдар рәсмиләштереүҙең ябайлығы һәм һығылмалы шарттар менән айырылып тора, — тип билдәләне Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.

Косметология-медицина һәм эстетика өлкәһе, ул оҙайлы үҫеш юлын үткән. Ул тар махсуслашҡан өлкә булараҡ башлана, әммә хәҙер киң тармаҡҡа әйләнде.

Башҡортостанда косметология бизнесы үҫешһен өсөн ҙур потенциал бар. Был төбәктә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың ни тиклем әүҙем үҫешеүенә бәйле.

- Үҙ эшемде башлау идеяһы миңә табип косметолог булып эшләгәндән һуң килде. Мин үҙ көсөмә ышаныс һәм яңы кимәлгә сығырға ынтылыш тойҙом. Үҙ бизнесыңды алып барыу ҡарарҙар ҡабул итеү процесын контролдә тоторға, киләсәкте планлаштырырға һәм үҙ аллы үҫеш йүнәлешен һайларға мөмкинлек бирә, — тип һөйләне клиника етәксеһе Гөлназ Абдуллина.

 

 

Источник: https://gtrkrb.ru 

Автор: Равиля Бардыбаева
Читайте нас