Ҡартлыҡ йәки инвалидлыҡ буйынса страховка пенсияһына өҫтәп түләнгән аҡса ауыл халҡына түбәндәге өс шартты үтәгәндә бирелә:- кәмендә 30 йыл ауыл стажы;
- түләүле эше булмаһа;
- ауыл ерендә йәшәгән осраҡта.
Ауыл стажына колхозда, совхозда йәки малсылыҡ, үҫемлекселек һәм балыҡсылыҡ өлкәһенә ҡараған башҡа ауыл хужалығы предприятиеһында эшләү осоро инә.
Һөнәр Рәсәй Хөкүмәте раҫлаған исемлеккә vk.cc/cdE94X тап килергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта, ниндәй вазифа биләүгә йәки һөнәр төрөнөң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, 1992 йылға тиклем ауыл хужалығы ойошмаларында эшләү ваҡыты иҫәпкә алына.#Аңлатабыҙ_Башҡортостан