-2 °С
Болотло
13 май, кис йылы һәм төн елһеҙ аяҙ икән - ҡоро, елле йәйгә.
14 май һыуыҡ булһа,ураҡ ваҡыты яҡшы була.
15 май – һандуғас байрамы – һандуғас һайрай башлай.
24 май еүеш икән – йәй буйы еүеш була.
24 май томан һәм ҡояш ҡалҡҡанда күк йөҙө ҡыҙыл, ә көндөҙ ямғыр икән – еүеш һәм бысраҡ йәйгә.
27 майҙа төньяҡтан һалҡын ел иҫһә, йәй һалҡын була.
28 май йылы булһа, йәй буйы йылы була.