Рух
-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Февраль 2025, 14:29

Башҡортостанда эшҡыуарлыҡҡа ярҙам: хоббиҙан бизнесҡа ҡәҙәр

Башҡортостан эшҡыуарҙар һаны буйынса Волга буйы федераль округында икенсе һәм Рәсәйҙә унынсы урынды биләй. Төбәктә 136 мең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты иҫәпләнә. 2024 йылда үҙмәшғүлдәр һаны 41 процентҡа артҡан. 2025 йылдың 1 ғинуарына профессиональ килемгә һалым түләүсе 263 мең самаһы кеше теркәлгән. Был 2024 йыл башына ҡарағанда 77  мең кешегә күберәк. Бындай үҫешкә муниципаль, республика һәм федераль кимәлдәге ярҙам саралары булышлыҡ итә.

Башҡортостанда эшҡыуарлыҡҡа ярҙам: хоббиҙан бизнесҡа ҡәҙәр
Башҡортостанда эшҡыуарлыҡҡа ярҙам: хоббиҙан бизнесҡа ҡәҙәр

Ауырғазы районы Талбазы ауылынан Илшат Зиннуров дәүләт ярҙам сараһын файҙаланып, үҙенең хоббиһын бизнесҡа әйләндерә. Гаражда урынлашҡан «ТалАғас» оҫтаханаһында ир сувенирҙар һәм ағас әйберҙәр эшләү менән шөғөлләнә. Оҫтахананы асҡас, ул ҡорамалдарға юғары хаҡ, сеймал һәм төҙөлөш материалдарына сығымдар ҙур икәнлеген аңлай. Эшҡыуар ҡорамалдарға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау өсөн документтар тапшырған һәм 300 мең һум күләмендә ярҙам алған.

Бөтә эште һанлы программа идаралығы булған станогы башҡара. Уның принцибы шундай: тәүҙә компьютерға модель индерелә һәм программа яҙыла, ул башланғыс ҡаралама һәм һуңынан төп эшкәртеү этаптарын үтә. Программа флещкаға күсерелә һәм станокка бара, һүрәт сығарыласаҡ фреза һайлана. Алдан программаланған ғәмәлдәр арҡаһында аппаратҡа төрлө ҡатмарлыҡтағы элементтар буйһона. Бәләкәй генә сувенир эшләү өсөн дә станокка йөҙҙәрсә хәрәкәт эшләү талап ителә. Мәҫәлән, өҫтәл әҙерләү өсөн һигеҙ программа яҙырға кәрәк.

Илшат Фәнил улы белеме буйынса һанлы программа идаралы станоктар программисы, шуға күрә бындай агрегатты ҡулланыуҙа ҡатмарлыҡтар тыумай. Ҙур габаритлы изделиелар эшләү мөмкинлеге булһын өсөн күп функциялы һәм ҙур станокты һайлай. Талбазылы тулы ҡиммәтле оҫтахана асыу тураһында уйлай. Ғаилә башлығын яҡындары хуплай: «Уның энергияһы күп. Һәр ваҡыт төрлө идеялар менән яна. Ағас әйберҙәр оҡшай, һәм ул уларҙы һәр ваҡыт эшләргә хыялланды. Балалар үҫте, мәктәп дәрестәре артта ҡалды, һәм, минеңсә, уның яратҡан эше менән шөғөлләнергә ваҡыты етте. Яратҡан эше килем дә килтерһә, бигерәк тә яҡшы», – тип уртаҡлашты эшҡыуарҙың ҡатыны Эльвира.

- Бындай программалар кәрәк. Республика һәм район ярҙамы алған таныш эшҡыуарҙарым бик күп. Улар артабан да үҫешә, - ти Илшат Зиннуров.

Айгөл Шакирова, Ауырғазы районының бизнес – шерифы:
 Айгөл Шакирова, Ауырғазы районының бизнес – шерифы:
- Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам итеү - халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреүҙең һәм Ауырғазы районының иҡтисадын үҫтереүҙең төп факторҙарының береһе. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам саралары арҡаһында 2024 йылда бәләкәй һәм урта бизнес субъекттары һаны 17-гә артҡан һәм әле улар 697. Аҙна һайын «Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре»үткәрелә. 2024 йылда ошондай 50 осрашыу ойошторолдо, улар барышында 58 проект ҡаралды. Әлеге ваҡытта район хакимиәте 81 инвестиция проектын алып бара. 2024 йылда эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеүгә йүнәлтелгән дөйөм сумма 4 миллион һумдан ашыу тәшкил итте. Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барырға теләгән 17 аҙ тәьмин ителгән гражданға социаль контракт нигеҙендә алты миллион һумға яҡын субсидия бүленгән. Бөтә проекттар эшҡыуарлыҡ сәғәттәрендә ҡаралды. Бөгөн Ауырғазы районында 700-гә яҡын эшҡыуар һәм 2000-дән ашыу кеше эшләй.
Башҡортостанда эшҡыуарлыҡҡа ярҙам: хоббиҙан бизнесҡа ҡәҙәр
Башҡортостанда эшҡыуарлыҡҡа ярҙам: хоббиҙан бизнесҡа ҡәҙәр
Башҡортостанда эшҡыуарлыҡҡа ярҙам: хоббиҙан бизнесҡа ҡәҙәр
Башҡортостанда эшҡыуарлыҡҡа ярҙам: хоббиҙан бизнесҡа ҡәҙәр
Башҡортостанда эшҡыуарлыҡҡа ярҙам: хоббиҙан бизнесҡа ҡәҙәр
Башҡортостанда эшҡыуарлыҡҡа ярҙам: хоббиҙан бизнесҡа ҡәҙәр
Башҡортостанда эшҡыуарлыҡҡа ярҙам: хоббиҙан бизнесҡа ҡәҙәр
Автор: Равиля Бардыбаева
Читайте нас