+11 °С
Ясно
Уның улы өлкән сержант Азат Әбүталипов махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булды. Зәки Миңлеғәжи улы үткән йыл шәхси «Нива» автомобилен яҡташ яугирҙарға тапшырҙы. Бөгөнгө көндә лә ул төрлөсә ярҙам күрһәтеп тора.
Йәмәғәт миҙалы йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, МХО ветерандарына һәм ҡатнашыусыларына, уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәткән, йәштәргә өлгө булып торған атайҙар бүләкләнә. Улар оло юғалтыу кисереүгә ҡарамаҫтан, бирешмәйенсә, улдарының эшен дауам итә – тылдан яугир яҡташтарыбыҙға ярҙам күрһәтеп, Еңеүгә үҙ өлөшөн индерә.