Общие статьи
5 Февраля 2025, 08:08

«Башҡортостан геройҙары» программаһы башлана

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар иҫәбенән республика өсөн идара итеү кадрҙары әҙерләнәсәк

«Башҡортостан геройҙары» программаһы башлана«Башҡортостан геройҙары» программаһы башлана
«Башҡортостан геройҙары» программаһы башлана

Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» республика кадрҙар программаһының башланыуын хәбәр итте. Унда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һәм демобилизацияланған кешеләр ҡатнаша ала.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путин «Берҙәм Рәсәй» партияһы съезының пленар ултырышында «Геройҙар ваҡыты» проектын киңәйтеү, шул иҫәптән ошондай башланғыстарҙы төбәк кимәлендә башлап ебәреү бурысын ҡуйҙы.

– Республикала «Башҡортостан геройҙары» программаһының төп һыҙаттарын билдәләнек, ул февралдә старт ала. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар иҫәбенән республика өсөн идара итеү кадрҙарын әҙерләйәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров.

Төбәк етәксеһе шулай уҡ республика Башлығы Хакимиәтенә был проектты тормошҡа ашырыуға әҙерлек эштәрен тамамларға ҡушты.

«Башҡортостан геройҙары» программаһында ҡатнашыусыларҙы конкурс нигеҙендә билдәләйәсәктәр. Һайлап алыу йомғаҡтары буйынса улар төбәк етәкселәре иҫәбенән персональ остаздар һәм заманса идара итеү алымдарын һәм технологияларын өйрәнә аласаҡ.

«Геройҙар ваҡыты” » федераль кадрҙар проекты махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм ветерандарҙы уҡытыуға йүнәлтелгән. Башланғысты 2024 йылдың 1 мартынан Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса тормошҡа ашыралар. Башҡортостандан проект сиктәрендә МХО-ла ҡатнашыусылар Оскар Ситдиҡов, Степан Белов һәм Борис Дудко әҙерлек үтә.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас