Рух
-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Ғинуар , 15:18

Янғын сыҡҡан осраҡта уҡыусыларға ун ҡағиҙә

.

Янғын сыҡҡан осраҡта уҡыусыларға ун ҡағиҙә
Янғын сыҡҡан осраҡта уҡыусыларға ун ҡағиҙә

1. Өлкәндәргә хәбәр итергә, 101 һандарына шылтыратып, адресты әйтергә.
2. Әгәр ата-әсәләр өйҙә булмаһа, бәләкәй балаларҙы бинанан сығарырға тырышырға кәрәк.
3. Янғын башланған өйҙәнсығып киткәндә, ишекте ябырға кәрәк. 
4. Әгәр бүлмәләр төтөн менән тулһа, сығыу яғына шыуышып барырға кәрәк.
5. Һыу менән сылатылған сепрәк аша тын алығыҙ.
6. Саҡырыуҙарға тауышбирегеҙ, был һеҙгә ярҙам күрһәтергә мөмкинлек бирәсәк. 
7. Ишеккә табан юлды янғын ҡаплаһа,балконға сығығыҙ, тәҙрәне асығыҙ һәм ярҙамға саҡырығыҙ. 
8. Сығып булмаһа, стеналарға яҡын тороғоҙ, яна торған әйберҙәр артына йәшеренмәгеҙ. .
9. Ваннаны һыу менән тултырыу мөмкинлеге булһа, уны тултырығыҙ, тын алыу өсөн әйбер табып, һыуға ятығыҙ. 
10. Кейемегеҙ янып китһә, йүгермәгеҙ, тиҙ генә сисеп, уны һүндерегеҙ. Әгәр килеп сыҡмаһа, янғын бик тиҙ таралаһа,берәй туҡымаға (юрған, покрывал) төрөнөгөҙ, иҙәнгә ятығыҙ һәм янғынды һүндерергә тырышып, әйләнегеҙ. 

Автор:
Читайте нас: